Ашҡаҙар
+20 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Февраль 2023, 09:20

Урман янғындары менән көрәшеү өсөн техника ҡайтарыла

Башҡортостанға урман янғындары техникаһы  «Экология» милли проектының   «Урмандарҙы һаҡлау» федераль проекты буйынса  быйыл алдағы миҙгелдән килтерелә башлаясаҡ.

- Был янғын цистерналары, йөк һәм йөк-пассажир автомобилдәре, һәм шулай уҡ мотовездеходтар. Яңы техника республиканың махсуслаштырылған техника паркын  һәм Урман янғындары үҙәген тулыландырасаҡ. Шулай итеп, төбәктәге янғын һүндереү формированиелары алдағы янғын хәүефе миҙгелендә умандарҙағы янғынды иҫкәртеү һәм һүндереү өсөн кәрәкле техника аласаҡ, -  тине ауыл хужалығы министры урынбаҫары Илгиз Фәтҡуллин.

Әлеге ваҡытта техника һатып алыу өсөн барлыҡ документтар Республика сауҙа үҙәгенә тапшырылған. Янғын хәүефе миҙгеле башланғансы техника станциялар буйынса бүлеп биреләсәк.

«Экология» милли проекты ҡалдыҡтар менән эш һөҙөмтәлелеген  арттырыуға, эре сәнәғәт үҙәктәрендә һауаның  бысраныуын  кәметеүгә,  һәм шулай уҡ,  Рәсәйҙең  уникаль флораһын һәм фаунаһын һаҡлауға  йүнәлтелгән.

Иҫегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ, РФ президенты Владимир Путин башланғысындағы ил күләмендәге милли проекттар 2019 йылда старт алды.

Р.ЗАМАНОВА.

 

Урман  янғындары менән көрәшеү өсөн техника ҡайтарыла
Урман янғындары менән көрәшеү өсөн техника ҡайтарыла
Автор:Роза Сафина
Читайте нас: