Ашҡаҙар
+20 °С
Облачно
Йәмғиәт
15 Февраля 2023, 06:26

Ауыл уҡытыусыһы грант аҡсаһына балалар өсөн спорт майҙансығы төҙөгән

Тормош көйлө бара, әгәр уны көйләй белһәң! Был — «Ярҙам — изге эштәр ваҡыты» проектының сираттағы геройы, Дүртөйлө районының Йүкәлекүл ауылынан Альберт Нурумбәтовтың тормош девизы. Ауыл уҡытыусыһы федераль конкурста ҡатнаша һәм унда еңгән аҡсаға балалар өсөн спорт майҙансығы төҙөй.

Ауыл уҡытыусыһы грант аҡсаһына балалар өсөн спорт майҙансығы төҙөгәнАуыл уҡытыусыһы грант аҡсаһына балалар өсөн спорт майҙансығы төҙөгән
Ауыл уҡытыусыһы грант аҡсаһына балалар өсөн спорт майҙансығы төҙөгән

Альберт Нурумбәтов бала сағында әсәһе менән Ҡаҙағстандан Йүкәлекүлгә күсеп килә. Һыуыҡкүл ауылы мәктәбендә уҡый. Малайҙы үгәй атаһы тәрбиәләп үҫтерә. Ул аҡыллы һәм оло йөрәкле кеше булып сыға, балаға эшкә һәм кешеләргә ҡарата һөйөү тәрбиәләй.

Мәктәптән һуң Альберт Бөрө педагогия институтының рус филологияһы факультетына уҡырға инә. 1998 йылда Йүкәлекүл ауылы мәктәбендә рус теле һәм әҙәбиәтенән, шулай уҡ технологиянан һәм тарихтан уҡыта башлай. Һуңынан бер аҙ Дүртөйлө ҡалаһындағы мәктәптә эшләп ала. Өфө ҡыҙы Айгөл менән сәстәрен сәскә бәйләп, өс малайға ғүмер бирәләр. Бөгөн Нурумбәтовтар Йүкәлекүлдә  йәшәй, ғаилә Һыуыҡкүл урта мәктәбендә эшләй, тормош хәүефһеҙлеге дәресенән уҡыта, шулай уҡ урындағы мәсет имам-хатибы ла ул.

Балаларҙың тубы баҡсаға йә ҡойма аша күршеләрҙең ихатаһына осоп төшә ине

— Беҙҙең ауыл бәләкәй. Бөгөн башлыса балалар өйҙә гаджет тотоп ултыра. Мин уны балаларымда ла, уҡыусыларымда ла етәрлек күрергә тура килде. Һәм мин улар өсөн нимә ойошторорға икәнлеге хаҡында уйлана башланым. Баҡсабыҙҙың бер ситендә мал аҙығы сәсә торғайныҡ. Мал тотмай башлағанға бер нисә йыл булды, ә урын буш тора. Бер-ике йыл элек унда ауыл балалары өсөн футбол майҙансығы булдырып, ҡулдан эшләнгән ҡапҡа ҡуйҙыҡ. Яҡшы килеп сыҡты, әммә етешһеҙлектәр күп булды: туп картуфлыҡҡа, йә ҡойма аша күршеләрҙең ихатаһына осоп төшә ине. Миңә артабан уйларға тура килде, — тип уртаҡлаша уҡытыусы.

Йүкәлекүлдәге проект илдәге 11 еңеүсе иҫәбенә инә

Йүкәлекүл ауылын автомобиль юлы икегә бүлә. Дүртөйлөгә табан барһаң, ауыл осонда шоссе бер аҙ түбәнгә төшә. Унан һуң аҡланда уңайлы тигеҙ урын — күнекмәләр һәм уйындар өсөн бик ҡулай. Бында Альберт Нурумбәтов һәм уның ауылдаштары кескәй балалар өсөн уйын майҙансығы төҙөргә, уның янында, элекке мәктәп алдында, спорт майҙансығы ойошторорға ҡарар итә.

Ә хәҙер быны тормошҡа ашырыу өсөн аҡса табырға кәрәк була. Интернет селтәрендәге күп кенә грант проекттары араһында Альберт Миннислам улы үҙҙәренә яраҡлыһын таба. «Тинькофф» компанияһы «Тупты ташлағыҙ» Бөтә Рәсәй ярыштары еңеүселәренә 150 мең һум вәғәҙә итә. Ауыл малайҙарының халыҡтың идеяһы тураһында һөйләгәнен видеоға төшөрөп, клип эшләп, май айында ғариза ебәрәләр. Улар уңышҡа ышанмайҙар ҙа. Ике аҙнанан һуң 11 еңеүсе араһына уларҙың проекты инеүе тураһында хат килә. Аҡса июнь уртаһында күсә һәм ауыл уҡытыусыһы халыҡ менән бергә ҡәҙерле хыялын тормошҡа ашыра башлай.

Проектты тормошҡа ашырыу өсөн өс ай бирелә. Август башына спорт майҙансығы әҙер була. Унда футбол ҡапҡалары һәм волейбол бағаналары ҡуйыла. Сетка, спорт формаһы, туп, кейемдәр һатып алалар, эскәмйәләр эшләйҙәр, сүп-сар һауыты ҡуялар. Ауыл хакимиәте турниктар бүләк итә.

Кистәрен егеттәрҙе унан сығарып булмай

21 август майҙансыҡты асыу тантанаһы уҙа. Быға тиклем унда яҡын-тирәләге ауылдар араһында мини-футбол һәм волейбол буйынса асыҡ турнирҙар үтеп өлгөрә. Йүкәлекүл малай-ҡыҙҙарын хәҙер был спорт майҙансығынан ҡайтарып алып булмай. Һыуыҡкүл, Мәмәдәл һәм Атһөйәр ауылдары балалары ла йәйәү йә велосипедта килеп етә. Бында өлкәндәр ҙә килә, әммә йыш түгел — ауылда мәшәҡәттәр етерлек.

— 15 сентябрҙә проект тураһында тулыһынса отчет тапшырҙыҡ. Әлбиттә, ата-әсәләр ҙә, балалар ҙа бик ҡәнәғәт ҡалды — хәҙер Һыуыҡкүлгә уйнарға барырға кәрәкмәй, бөтә шарттар эргәлә. Улдарымды, мәҫәлән, кистәрен унан сығарып булмай. Мин ҡайһы саҡта үҙем дә шунда барам, егеттәр менән йүгерәм. Киләһе йылда баскетбол майҙансығы, беседка ҡуйырға, биләмәне бер аҙ киңәйтергә ниәтләйбеҙ. Ҡышҡа сетканы сисәбеҙ, яҙ тағы ла участканы төҙөкләндерәсәкбеҙ, бәлки, ярҙам итергә теләүселәр ҙә булыр», — ти ауыл уҡытыусыһы.

Мәктәптә — уҡытыусы, ә мәсеттә һәм ауылдаштары араһында — имам-хатиб

Альберт Нурумбәтов 2015 йылдан алып ауыл мәсетендә имам.

 — Мәктәптә — уҡытыусы, ә мәсеттә — имам-хатиб, шуға ла бар ауыл минең күҙ алдында. Беҙҙең халыҡ татыу, берҙәм һәм эшһөйөр. Күҙ һалығыҙ, ауылыбыҙ ниндәй татыу һәм күркәм. Байрам, оҙатыу, өмә булһынмы — һәр ваҡыт бергәбеҙ. Был йәһәттән мин ике тапҡыр бәхеткә ирештем — уҡытыусы булараҡ та, имам булараҡ та — сөнки халыҡ ярҙам итмәһә, бер ниндәй ҙә эш бармаясаҡ, — ти геройыбыҙ.

* * *

«Ярҙам — изге эштәр ваҡыты» проекты «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы һәм «Маҡсат» йәштәр хәрәкәте тарафынан Башҡортостан Башлығы грантына тормошҡа ашырыла.

 

Башинформ.

Ауыл уҡытыусыһы грант аҡсаһына балалар өсөн спорт майҙансығы төҙөгән
Ауыл уҡытыусыһы грант аҡсаһына балалар өсөн спорт майҙансығы төҙөгән
Автор:
Читайте нас