

Йәнә гәзит алдырыусылар араһында бүләк уйнатып, кемдәр килә алған, уларға бүләктәрен тапшырып та ҡуйҙыҡ. Бер юлы дүрт рухлы гәзит алдырыусы менән осраштыҡ. Әйткәндәй, бүләктәр кемгә яҙғаны тураһында мәҡәлә гәзитебеҙҙең 5-се һанында сыҡты.
Шулай итеп, Нурия апай Йо-мағужина – тажин (манты бешерер өсөн һауыт) отҡайны. Нурия Фуат ҡыҙы гәзитте “Стәрле таңдары” исеме аҫтында сыға башлаған тәүге һандарынан уҡ алдыра икән. Әлеге ваҡытта хаҡлы ялда, бөтә ғүмерен Стәрлетамаҡ коррекцион мәктәп-интернатта һаңғырыу һәм насар ишетеүсе балаларға белем һәм тәрбиә биреүгә арнаған.
– Беҙҙең мәктәп элек-электән гәзит-журналдарға иғтибарлы булды. Мәктәптә башҡорт телен уҡытыу буйынса ла эш алып барыла, шуға милли баҫмалар ҙа һәр саҡ эш өҫтәлендә ята ине. Аллаға шөкөр, эш урыным менән аралар өҙөлмәй, интернат-мәктәптә булған ваҡиғалар менән хәбәрҙар булып торам. Шуныһы һөйөнөслө: “Ашҡаҙар” гәзитен унда әле лә ихласлап күпләп алдыралар, балаларҙың өндәрен үҫтереү йәһәтенән материал булараҡ та ҡулланалар, – тип һөйләп үтте ул гәзиттең мәғариф өлкәһендәге әһәмиәте тураһында.
Клара Ғиззәтуллина бәхетенә иһә йылы һәм йомшаҡ мендәр сыҡты. Клара Харис ҡыҙы ла мәғариф өлкәһендә эшләй, педагогия фәндәре кандидаты, ул Өфө фән һәм технологиялар университеты Стәрлетамаҡ филиалының педагогика һәм психология факультетында студенттарға белем бирә, оҙаҡ йылдар декан урынбаҫары булып та эшләгән. Ул да педагогика өлкәһендә матбуғаттың көсө барлығын билдәләп үтте.
– Студенттар менән йыш ҡына гәзиткә байҡау яһайбыҙ, теге йәки был мәҡәләгә туҡталып, анализлап тормоштағы ваҡиғалар, төрлө хәлдәр менән сағыштырабыҙ. Шул рәүешле, телмәр, фекерләү кимәлен яҡшыртабыҙ, гәзиттә студенттар тормошо, фән, уҡыу йорто ла сағылыш таба, – тигән фекерҙәре менән уртаҡлашып үтте Клара Ғиззәтуллина. Беҙ шәхестәр тәрбиәләйбеҙ, ә шәхес булып формалашыуҙа мәғлүмәтте төрлө яҡлап алыу мөһим. Гәзиттә сыҡҡан геройҙар йәштәргә этәргес бирһә, аналитик мәҡәләләрҙәге күтәрелгән проблемалар уларҙы уйландырырға тейеш. Тик гәзиткә ҡыҙыҡһыныу улар тарафынан лекция сиктәрендә генә булмаһын!..
Әлбиттә, гәзит сығарыу бер, ул уҡыусыһының күңелен яулап алһын тип башҡарабыҙ эшебеҙҙе. Был тәңгәлдән дә бүләк отоусылар менән фекер алышып алдыҡ.
– Гәзит килеү менән беренсе битенән алып аҙағына тиклем уҡып сығам, гәзитегеҙҙә Стәрлетамаҡта йәшәүсе кешегә ниндәй яңылыҡ кәрәк – барыһы ла бар, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ та, пенсия тураһында ла яҙаһығыҙ, хикәйәлр ҙә сыға, төрлө мәҙәни тамашалар, артистар тормошо ла бар гәзит биттәрендә, матур мәҡәләләрегеҙ өсөн ҙур рәхмәт, – тип күңелде күтәреп китте сәғәт отоусы гәзит уҡыусыбыҙ Шәүрә апай Булатова.
Ә Динә Ильясова исемле дуҫыбыҙ сәйнүк һәм сынаяҡтар сервизына эйә булды. Ул үҙ сиратында:
– Йыл да яҙылып торам, алдағы тормошом да “Ашҡаҙар” менән бергә үтер, – тип журналистарға ла, гәзит уҡыусыларға ла изге теләктәрен еткереп ҡалды.
Бынан тыш, тағы бер нисә гәзит уҡыусыбыҙ бүләкле булды “Ашҡаҙар” гәзитенә 2023 йылдың тәүге ярты йыллығына яҙылыу буйынса. Улар осрашыуға был юлы килә алмаһа ла, бүләктәр эйәләрен тапты һәм табасаҡ!
Әйткәндәй, хөрмәтле гәзит уҡыусылар, йәнә матбуғатҡа яҙылыу кампанияһы старт алды. 1 февралдән инде 2023 йылдың икенсе яртыһына “Ашҡаҙар” гәзитенә яҙылырға була. Алдан яҙылыусылар махсус бүләккә эйә буласаҡ!
Был еңел булмаған заманда мәғлүмәтле булып, милли үҙаңды һаҡлап йәшәү зарур. Был мәсьәләләрҙе сисеү, беҙҙеңсә, нәҡ “Ашҡаҙар” гәзитен алдырыуҙан башлана. Бергә булдыҡ, киләсәктә лә иҫәнлектә-именлектә бергә ҡалайыҡ, йәмәғәт!
“Ашҡаҙар”ҙар.