

Граждандарҙың һорауҙарына депутаттар, ҡала һәм район хакимиәттәре белгестәре, прокуратура, хәрби комиссариаттар, пенсия һәм социаль страховкалау фонды, республика халыҡҡа социаль ярҙам үҙәге, Рәсәй юристары ассоциацияһы, Башҡортостан республика адвокаттар коллегияһы филиалдары, һаулыҡ һаҡлау учреждениелары, федераль суд приставтары хеҙмәте, ветерандар һәм башҡа йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре яуап бирә.
Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың һәм уларҙың ғаилә ағзаларының, шулай уҡ локаль һуғыштар һәм ҡораллы конфликттар ветерандарының һорауҙарына айырым иғтибар бүленә.
Граждандарҙы ҡабул итеү көнө ойошторолған майҙансыҡтарҙа махсус операцияла ҡатнашыусылар өсөн гуманитар ярҙам ҡабул итеү пункттары асыла.
Барлыҡ һорауҙар менән төбәк йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһенә (Өфө ҡалаһы, Достоевский урамы, 73) мөрәжәғәт итергә йәки 7(347)226-78-28 (өҫтәмә 63-05) телефонына шылтыратырға мөмкин.
Башинформ.