

«Рәсәй 24. Башҡортостан» телеканалы- на биргән интервьюһында Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы начальнигы урынбаҫары Владимир Горин билдәләүенсә, һәләк булыусыларҙың 82 проценты – 55 йәштән өлкән кешеләр. 60 проценты – пенсионерҙар, артабан эшһеҙҙәр, инвалидтар килә, өс кеше – предприятие эшсеһе. Янғындарҙың төп сәбәптәре – ут менән һаҡһыҙ эш итеү, электр ҡорамалдарын монтажлау һәм ҡулланыу ҡағиҙәләрен боҙоу, иҫкергән электр сымдары.
Йорт-ҡураны янғын хәүефенән нисек һаҡларға һәм күңелһеҙ статистикаға эләкмәҫкә?
Электр ҡорамалдарының сифатлыһын һайлағыҙ!
Электр ҡорамалдарының һәм сымдарҙың торошон ентекле тикшерегеҙ, был эш өсөн белгес саҡыртыу – тағы ла һәйбәтерәк. Ғөмүмән, электрика мәсьәләһендә ҡулы эш белгән дуҫтарға һәм күршеләргә ышаныс белдерергә кәңәш ителмәй, бының менән профессионалдар шөғөлләнергә тейеш. Камин, мейес һәм мейес торбаларын проектлау һәм эшләүгә ҡағылышлы ла ошондай уҡ кәңәш.
Ҡулланылмаған электр ҡорамалдарын розеткала ҡуйылған килеш ҡалдырмағыҙ. Ҡыҙған, ҡыҫҡа тоташыу хәүефе менән янаған иҫке үтек, фен, сәйнүктәрҙе йәлләмәй ташлағыҙ. Бер ваҡытта ла үҙаллы эшләнгән йылытҡыстар менән ҡулланмағыҙ. Бөгөн сифатлы көнкүреш техникаһының йәнең теләгәнен һатып алырға мөмкин: ток һуғыуҙан, ҡыҙыуҙан, ҡыҫҡа тоташыуҙан һаҡлаған ҡоролмаһы булған йылытҡысты өс-дүрт мең һумға һатып алырға мөмкин. Телефон өсөн арзан зарядка һатып алмағыҙ, улар ҡыҙып, янып китеүе ихтимал. Электр энергияһын һаҡсыл ҡулланған техника (А+++, А++, А+, А) һайларға тырышығыҙ. Был, аҡсаны янда ҡалдырыуҙан тыш, селтәргә төшкән көсөргәнеште кәметергә лә булышлыҡ итәсәк. Өйҙәге бөтә техниканы бер юлы ҡабыҙырға тырышмағыҙ.
Янғын иҫкәртеү ҡорамалы ҡуйығыҙ
Иҫкәртеү ҡорамалы – түбәгә беркетелгән ҙур булмаған түңәрәк әйбер. Үҙе бәләкәй булһа ла, файҙаһы ҙур. Статистикаға ярашлы, төтөнгә тәьҫир иткән янғын иҫкәртеү ҡорамалы ут сығыу осраҡтарында кешеләр үлемен – 70 процентҡа, матди зыянды 30 процентҡа тиклем кәметә. Әсе тауышлы сигнал хужаларға ваҡытында сара күрергә, ҙур янғынға юл ҡуймаҫҡа булышлыҡ итә, уны хатта күршеләр ҙә ишетеүе ихтимал. Һуңғы бер нисә йылда янғын иҫкәртеү ҡорамалдары меңдәрсә кешенең, шул иҫәптән балаларҙың ғүмерен һаҡлап алып ҡалырға булышлыҡ итте.
Ошо көндәрҙә мини-сирена Ҡыйғы районында ағас йортта йәшәгән ҡатынды хәүеф хаҡында ваҡытында иҫкәрткән. Төн уртаһында ошо сигналға уянған ҡатын башта янғынды үҙаллы һүндереп ҡарай, әммә хәлдең мөшкөллөгөн аңлап, өйөнән сығып өлгөрә. Әйткәндәй, янғын иҫкәртеү ҡорамалын уға бюджет аҡсаһы иҫәбенә ҡуйған булғандар. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: Башҡортостан илдә был ҡорамалдарҙы бушлай ҡуйҙырыу мөмкин булған берҙән-бер төбәк. Программа ғәмәлдә булған биш йыл эсендә Өфө ҡалаһында ғына 300 мең мини-сирена таратылған.
Ҡорамал аҙ тәьмин ителгән күп балалы, социаль йәһәттән ауыр хәлдәге балалы ғаиләләргә, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына һәм уларға тиңләштерелгән кешеләргә, 55 йәштән оло яңғыҙаҡтарға, сабыйы тыуған ғаиләләргә бушлай бирелә. Был категорияларға эләкмәһәгеҙ ҙә, янғын иҫкәртеү ҡорамалын электр тауарҙары магазинында 300 һум тирәһенә һатып алырға мөмкин.
Экология йәһәтенән таҙалыҡҡа ынтылығыҙ
Бөгөн баҙарҙа йортто, фатирҙы матур итеп биҙәү өсөн материалдар етерлек. Әммә тауар һатып алғанда мотлаҡ уларҙың экология йәһәтенән таҙалығына иғтибар итегеҙ. Янған саҡта зыянлы матдәләр бүлеп сығарған материалдарҙы ҡулланмағыҙ, бындай һауаны бер-ике тапҡыр һулау ҙа үлем сәбәпсеһе булыуы бар.
– Күп осраҡта кешеләр яныуҙан йәки ҡоролмалар ишелеп төшөүҙән түгел, төтөндән һәм кислород етмәүҙән үлә, – ти ҡотҡарыусылар. – Зыян күреүселәрҙең яртыһынан күбеһе янғын урынында уҡ һәләк була, тере ҡалғандарының 42 проценты ныҡ ағыулана, һәр өсөнсө кеше, иҫенә килә алмайынса, дауаханала үлә.
Мангал хәүефһеҙ булһын
Ғәҙәттә, үҙ йортоңда йәшәгәндәр йәки дачаһы булған кешеләр ихатала ризыҡ әҙерләргә ярата. Әлбиттә, бында һүҙ тәү сиратта шашлыҡ хаҡында бара. Иң мөһиме: уңайлы һәм сифатлы мангал кәрәк. Ул артыҡ ҡиммәт түгел – ҙур стационар мангалдарҙың хаҡы өс мең һумдан башлана.
Саф һауалағы табын фажиғә менән тамамланмаһын өсөн утты ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ, мангалды ағас төбөнә ҡуймағыҙ, ут тоҡандырыу өсөн шыйыҡсаны һәр ваҡыт ябыҡ килеш һәм усаҡтан алыҫ тороғоҙ – ул бик тиҙ тоҡана. Һүнгән тәмәке төпсөктәрен, ҡулланылған шырпыны металл һауытҡа һалып, һыу ҡойоғоҙ. Ихатала газ баллоны, бензин, спирт, ацетон һәм башҡа яна торған матдәләр һалынған һауыттар тотмағыҙ.
Хужалыҡта янғын һүндергес булһын
Өйөгөҙҙә янғын һүндергес бармы? Моғайын, юҡтыр. Күптәр был хаҡта уйламай, бәғзеләр янғын уның йортонда бер ҡасан да булмаясаҡ тип иҫәпләй. Ләкин янғын башланған осраҡта тиҙ арала дөрөҫ эш итеү өсөн янғын һүндергес һәр ваҡыт ҡул аҫтында булырға тейеш. Порошоклы универсаль ут һүндергес һатып алырға кәңәш итәбеҙ, ул янған һәм еңел тоҡанған шыйыҡсаларҙы һүндереү өсөн уңайлы – йорттоң янған стенаһын ғына түгел, компьютер, электр плитәһе, сәйнүкте лә ошо рәүешле һүндерә алаһығыҙ.
ИҒТИБАРҒА АЛЫҒЫҘ
Янғынды ҡул аҫтындағы әйберҙәр менән нисек һүндерергә
Тупраҡ һәм ҡом
Улар – утты һүндереүҙә бик һәйбәт саралар. Әммә фатирҙа ҡайҙан тупраҡ табырға? Мәҫәлән, гөл һауытында. Яратҡан рауза гөлөгөҙ юҡҡа сығыуы ихтимал, уның ҡарауы ҙур бәләгә юл ҡуйылмаясаҡ.
Һыу
Был алым электр ҡорамалдарын һүндереү өсөн бармай. Мәҫәлән, кухня таҫтамалы янып китһә, раковинаға ташлағыҙ ҙа өҫтөнә тиҙ генә һыу ағыҙығыҙ йәки кәстрүл ҡапҡасы менән ябығыҙ. Сүп-сар биҙрәһендә, почта йәшнигендә ут сыҡһа ла, иң һөҙөмтәле сара һыу буласаҡ.
Ҡалын туҡыма
Был осраҡта юрған, пальто, балаҫ ҡулланырға мөмкин. Ут сығанағына ҡалын әйберҙе ташлағыҙ һәм һауа инмәҫлек итеп ситтәрен ҡымтығыҙ. Материалды биш минут самаһы шулай тотоғоҙ.
Электр сымы янһа, нимә эшләргә?
Әгәр өйҙә янған пластик еҫе сыҡһа, шунда уҡ дөйөм электр щитын һүндерегеҙ. Яна башлаған электр сымына һыу һибергә ярамай!
Һәр осраҡта ла ҡотҡарыу хеҙмәтенә – 112-гә шылтыратығыҙ.