

Концерт программаһында «Гармония» академик йыр студияһы, «Сударушка» халыҡ йыр ансамбле, «Ауаз» башҡорт фольклор ансамбле, «Дуҫтар тауышы» эстрада йыры студияһы, «Селтәр» башҡорт костюмы студияһы, «Умырзая» халыҡ йыр ансамбле, «Инь-Янь» бейеү студияһы, «Аманат» халыҡ бейеүҙәре ансамбле һәм «Тинтино» балалар йыр театры ҡатнаша. Тамашасылар өсөн йырсы, йырҙар авторы, республика, халыҡ-ара фестивалдәр лауреаты Зилиә Бәхтиева, башҡорт һәм татар эстрадаһы йырсыһы Гөлназ Фәхертдинова башҡарыуында музыкаль композициялар яңғырай.
«Ватанды һаҡлаусылар көнө — мөһим дата, сөнки был көндә беҙ ата-бабаларыбыҙҙың батырлыҡтарын иҫкә төшөрәбеҙ, Ватанды һаҡлаусыларҙың ҡаһарманлығына ихтирамыбыҙҙы белдерәбеҙ. Концерт геройҙарыбыҙға арналған. Республика халыҡ ижады үҙәгенең Мәҙәниәт йортоноң ижади коллективтары һәм солистары сығыш яһай», — тип хәбәр итте «Башинформ»ға Республика халыҡ ижады үҙәгенең Мәҙәниәт йорто филиалы мөдире Заһир Ишкинин.
Концерт киске сәғәт 6-ла башлана. Адресы: Кустарная урамы, 17. Инеү ирекле.
0+
Башинформ.