Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Йәмғиәт
22 Февраль 2023, 09:05

БУЛАСАҠ ХӘРБИ ТЕРӘГЕБЕҘ БЫНДА ТӘРБИӘЛӘНӘ!

Илебеҙгә Көнбайыш тарафынан әлеге һөжүм башланғас, йәмғиәттә Ватанды нисек һаҡларға тигән һорау тыуҙы. Армия хеҙмәтен ҡеүәтләндереү, оборонаны нығытыу өсөн ҡоралды яҡшыртыу һәм йәш быуында илһөйәрлек тойғоһон нығытыу эштәре йәйелдерелде. Ә бит былар күптән кәрәк ине. Мәҫәлән, йәштәрҙе үҙ иленең ысын граждандары итеп тәрбиәләү һәр саҡ көнүҙәк булып ҡала. Әйткәндәй, был йәһәттән, Стәрлетамаҡ ҡалаһы өлгө булырлыҡ: “ошондай хәл килеп тыуғанын көтөп тормай”, беҙҙә патриотик эш күптән ныҡлы бара, һуңғы йылдарҙа был бигерәк тә һиҙелә. Ветерандар ойошмаһы эше, парадтар, слеттар һәм башҡалар... 4-се кадет мәктәбе был йәһәттән айырыуса иғтибарға лайыҡ.

Ҡалабыҙҙағы 4-се мәктәп кадет мәктәбе булараҡ 1998 йылдан эшләп килә. Уның егерме биш йыллыҡ тарихына күҙ һалһаҡ, сирек быуат ваҡыт эсендә күп үҙгәрештәр кисереп, бөгөнгө көндө бар яҡлап камиллашҡан, үҙ йүнәлеше менән башҡа мәктәптәрҙән айырылып торған үҙенсәлекле уҡыу йорто булып тора ул. Бында күп малай һәм ҡыҙҙар уҡырға теләй, тик мәктәпкә ҙур һынау аша ғына алалар шул. Әлеге ваҡытта кадет мәктәбендә 640 бала батырлыҡ дәрестәре ала. Ул “Рәсәйҙең иң яҡшы 100 мәктәбе” исемлегенә ингән. Ул шулай уҡ Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара конкурстар лауреаты. 2022 йылда К.Минин һәм Д.Пожарский ордены менән бүләкләнгән.

Исеме есеменә тап килә тигәндәй, мәктәп Советтар Союзы Геройы Дәйләғәй Ноғоманов исемен йөрөтә. Сөнки Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған яугир ошо мәктәптә уҡыған.

 – Беҙҙең уҡыусылар үҙенән-үҙе лидерҙар, – ти мәктәп директоры Роза Зиннәтуллина. – Беҙҙең мәктәпте тамамлаусылар Рәсәйҙең төрлө ҡалаларында шөһрәтле уҡыу йорттарына уҡырға инәләр.

 Мәктәптең үҙенсәлеге шунда – бында уҡыусылар тәрән патриотик тәрбиә ала, артабан армияла хеҙмәт итеү өсөн хәрби әҙерлек үтә. Әммә мәктәпте тамамлаусылар хәрби хеҙмәткәрҙәр генә булып китмәй, улар гражданлыҡ һәм хәрби хеҙмәт өлкәһендә лә юғары вазифаларҙы биләй.

– Балалар башта камуфляж формала йөрөй, 7-се кластарҙа бағышлау үтәләр, – тип һөйләй Роза Ринат ҡыҙы.

 Мәктәптең хәрби йүнәлешкә күсеү тарихына килгәндә, ул 1998 йылға ҡайтып ҡала. 4-се мәктәп педагогик коллективының кадет класы асырға тигән башланғысын (С.Әхмәтов етәкләгән осорҙа) ҡала хакимиәте һәм ҡала мәғариф бүлеге бер тауыштан хуплай һәм мәктәп ҡарамағында беренсе тапҡыр 5-се кадет класы асыла. Бына шул ваҡыттан алып унда хәрбипатриотик система йылдан-йыл үҫешә, камиллаша бара.

Роза Зиннәтуллина бында хәҙер үҙе егерме йыл директор булып эшләй. Ул етәкселек иткән йылдарҙа 2002 йылдан 2007 йылға тиклем 4-се мәктәп базаһында “Кадет кластары эшмәкәрлеген булдырыу һәм ойоштороу” темаһы буйынса эксперименталь майҙансыҡ та эшләй. Илебеҙҙең кадет хәрәкәте Бөтә Рәсәй эксперименталь майҙансығы эшенә аҙ булһа ла үҙ өлөшөн индерергә тырышалар.

Был кластар, кадет кластары өсөн уҡыу планын тормошҡа ашырып, оҙайтылған көн режимында эшләй. Унда мотлаҡ предметтарҙан тыш, йәшәү хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре, хәрби хеҙмәт нигеҙҙәре фәндәре лә уҡытыла. Көндөң икенсе яртыһында хәрби эш нигеҙҙәрен өйрәнеү буйынса өҫтәмә белем биреү программаһы индерелгән.

2007-2008 уҡыу йылында беренсе прокадет класы асыла. 2009 йылда 10- сы класта оборона-спорт профиле, 2011 йылда – Рәсәй ФСБ-һы (федераль хәүефһеҙлек хеҙмәте) сик буйы органдарының унынсы профилле кадет класы (кадет кластары буйынса директор урынбаҫары, майор Игорь Вячеславович Саушин) асыла. 2011-2012 уҡыу йылында дөйөм белем биреү мәктәбе базаһында башланғыс мәктәптә туғыҙ прокадет класы эшләй, урта звенола биш кадет класы, өлкән мәктәптә ике профилле класс эшләй. Был кластар һәр ваҡыт үҫеш, эҙләнеү, яңы эш формалары индереү юлында.

 Балалар һәр ваҡыт башҡаларға патриотик тәрбиә буйынса өлгө булып тора. Уҡыуҙа ла, уҡыуҙан тыш күнекмәләрҙә лә һынатмай, яҡшы билдәләргә өлгәләшәләр. Күҙ алдығыҙға килтерегеҙ әле, эргәңдән хәрби кейемдә кеше үтеп бара – ниндәй матур күренеш. Ә шул формала китеп барған уҡыусының үҙе ниндәй хистәр кисергәнен белһәгеҙ! Шуға ла улар был мәктәптең бер өлөшө булыуҙары менән ғорурланып уҡыйҙар!

Ғүмерлеккә иҫтә ҡалырлыҡ осрашыу

Ә үткән аҙнала 4-се мәктәп кадет уҡыусыларына йәнә бер ҡаһарман яҡташыбыҙ, контр-адмирал, хәрби фәндәр докторы, Батырлыҡ ордены кавалеры, Мәскәү хәрби комиссариаты инспекторы Батыргәрәй Сәлим улы Зөлҡәрнәев менән осрашыу бәхете тейҙе. 4-се кадет мәктәбе иһә легендар яҡташыбыҙҙы йыл да айырыуса ҙур тулҡынланыу менән, ололоҡлап ҡаршы ала, сөнки ул ошо мәктәпте тамамлаған!

Батыргәрәй Сәлим улы Төньяҡ флоттың атом ракета һыу аҫты кәмәһе командиры булған. 1980 йылдар башында үҙенең экипажы менән Донъя океанының төрлө райондарына ете хәрби походтарға бара.

Диңгеҙҙәге ядро энергия ҡоролмаһы аварияһын бөтөрөүҙә ҡатнаша. Батыргәрәй Зөлҡәрнәев яҡынса 100 фәнни хеҙмәт (шул иҫәптән, уҡыу әсбаптары һәм китаптары), 33 уйлап табыу авторы. Фәнни тикшеренеүҙәре башлыса хәрби диңгеҙ флоты тарихына арналған. Тәжрибәле офицер, ғалим Мәскәүҙә йәшәй һәм әле лә Ватанға хеҙмәт итә.

Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан осрашыуға шулай уҡ Рәсәй Геройы, РФ-ның атҡаҙанған хәрби летчигы, полковник Владимир Ришат улы Әлимов та килгәйне. Владимир Ришат улы 1975 йылда хәрби хеҙмәткә алына. 1979 йылда Һарытау юғары хәрби авиация летчиктар училищеһын тамамлай. 1986 йылда Чернобыль атом электр станцияһындағы авария эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнаша. Радиация дозаһы алыуына ҡарамаҫтан, армия авиацияһында үҙ теләге менән летчик булып ҡала. Ул һауала дүрт меңдән артыҡ сәғәт оса, ике йөҙ тапҡыр парашют менән һикерә. Уға Югославияла һәм Анголала булырға тура килә, Чечен һуғышының икеһендә лә ҡатнаша. Вязьма-Брянск ауылында урынлашҡан вертолет полкы эскадрилья командирының тәрбиәүи эш буйынса урынбаҫары булып хеҙмәт итә. Вязем вертолет полкы составында Чечен Республикаһы территорияһында һәм Төньяҡ Кавказдың башҡа төбәктәрендә хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнаша. Беренсе Чечен кампанияһында майор Әлимов Батырлыҡ ордены менән бүләкләнә. Ул йөҙҙән ашыу дошманды юҡ итә. Летчикты басаевсылар “Ҡара плащ” тип йөрөтә, һәм уның өсөн 10 мең доллар вәғәҙә итә.

 Владимир Ришат улы беренсе класлы осоусы һәм үҙ эшен яҡшы белгән белгес кенә түгел, ә остаз да була: Чечняла ул йәш осоусыларҙы әҙерләй.

1999 йылдың декабрендә Аргун тарлауығында боевиктар тарафынан 368-се штурмлаусы авиация полкы командиры, Рәсәй Федерацияһы Геройы, полковник Сергей Борисюктың Су-25 штурмовигы бәреп төшөрөлә. Майор Әлимов штурмовик летчигын эҙләү һәм ҡотҡарыу буйынса операцияны етәкләй. Эҙләүсе төркөмгә бер нисә Ми-8 вертолеты инә, уларҙың һәр береһендә 15-ләп десантсы ултыра. Операция ваҡытында төркөм боевиктар боҫҡонона эләгә. Бер вертолет бәреп төшөрөлә. Владимир Әлимов көслө ут аҫтында иптәштәренә ярҙамға ташлана. Вертолеты ныҡ боҙолоуға һәм тулы булыуына ҡарамаҫтан, яу яланынан экипажды һәм бәреп төшөрөлгән машинаның десантсыларын алып сыға. Базаға ҡайтып еткәс, Әлимовтың вертолеты ремонтҡа яраҡһыҙ тип табыла, ә корпусында 30-ҙан ашыу пуля тишеге һанайҙар.

Рәсәй Федерацияһы Президентының 2000 йылдың 15 февралендәге Указы менән Төньяҡ Кавказ төбәгендә хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән батырлығы өсөн майор Владимир Әлимовҡа Рәсәй Федерацияһы Геройы исеме бирелә һәм махсус айырма билдәһе — ”Алтын Йондоҙ” миҙалы тапшырыла.

Ике легендар шәхес уҡыусыларҙың һорауҙарына яуап бирҙе. Геройҙар менән аралашыуҙа уҡыусыларҙы шуныһы ла таң ҡалдырҙы: ярылып ятҡан матур бер сифатты күрмәү мөмкин түгел – улар үтә лә ябайлыҡтары менән айырылып торалар. Яҡташтарыбыҙҙың шундай бейеклектәргә ирешеп тә, бөйөк тә, ябай ҙа булып ҡалыуы хайран итә. Ысын батырҙар үҙҙәре ҡылған батырлыҡтары тураһында артыҡ һөйләргә яратмайҙар һәм үҙҙәрен герой итеп һанамайҙар. Баҡтиһәң, кеше ни тиклем бөйөгөрәк булған һайын, шул тиклем ябайыраҡ була.

4-се кадет мәктәбе ҙур миссия башҡара – ошондай шәхестәр менән осрашыуҙар, батырлыҡ дәрестәре үткәреп, уҡыусыларында Тыуған илгә һөйөү, уны яҡлау һәм һаҡлау тойғоһо тәрбиәләй. Ә ошонан да ҡиммәтлерәк, ҡәҙерлерәк нәмәнең булыуы мөмкин дә түгел!

 Роза САФИНА.

Эльдар ФӘТТӘХОВ фотолары.

БУЛАСАҠ ХӘРБИ ТЕРӘГЕБЕҘ БЫНДА ТӘРБИӘЛӘНӘ!
БУЛАСАҠ ХӘРБИ ТЕРӘГЕБЕҘ БЫНДА ТӘРБИӘЛӘНӘ!
БУЛАСАҠ ХӘРБИ ТЕРӘГЕБЕҘ БЫНДА ТӘРБИӘЛӘНӘ!
Автор:Роза Сафина
Читайте нас