Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Йәмғиәт
22 Февраль 2023, 12:00

Махсус операцияла һәләк булған яугирҙарҙың ғаиләһенә һәм ветерандарға адреслы ярҙам фонды булдырыла

Был турала Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа мөрәжәғәтнамәһендә белдерҙе. 

Махсус операцияла һәләк булған яугирҙарҙың ғаиләһенә һәм ветерандарға адреслы ярҙам фонды булдырылаМахсус операцияла һәләк булған яугирҙарҙың ғаиләһенә һәм ветерандарға адреслы ярҙам фонды булдырыла
Махсус операцияла һәләк булған яугирҙарҙың ғаиләһенә һәм ветерандарға адреслы ярҙам фонды булдырыла

Фонд берҙәм тәҙрә принцибы буйынса эшләйәсәк, быйыл уның бүлексәләре илдең бөтә төбәктәрендә лә асыла. Ветерандарға, хәрби хеҙмәткәрҙәр һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү өсөн махсус фонд булдырыу власть органдарынан да яуаплылыҡты алмай, тине ил президенты.

Президент илдең Оборона-сәнәғәт комплексы предприятиелары хеҙмәткәрҙәре өсөн махсус ҡуртымға биреү программаһын тормошҡа ашыра башларға тәҡдим итте. Улар өсөн ставка баҙарҙағына ҡарағанда күпкә түбәнерәк була, торлаҡ өсөн түләүҙең байтаҡ өлөшөн дәүләт үҙ өҫтөнә ала.

Баш ньюс.

Автор:
Читайте нас