Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
23 Февраль 2023, 04:55

Ил алдындағы бурысығыҙға тоғролоғоғоҙ өсөн сикһеҙ рәхмәт!

 Хөрмәтле хәрби хеҙмәткәрҙәр һәм ветерандар! Ватанды һаҡлаусылар көнө менән ихлас ҡотлауҙарымды ҡабул итегеҙ!  Был байрам ҡаһарманлыҡ һәм хөрмәт символы булып тора. Кемдәр үҙ ғүмерен Ватанға хеҙмәт итеүгә һәм һаҡлауға арнаған, беҙ уларҙың һәммәһенә лә хөрмәт күрһәтәбеҙ.

 Быйыл байрам айырыуса мәғәнәгә эйә булды. Әле махсус операцияла алғы һыҙыҡта үҙ хәрби бурыстарын үтәүсе ватандаштарыбыҙҙың ил алдындағы бурысына һәм ҡаһарманлыҡҡа тоғролоғо сикһеҙ рәхмәткә һәм ихтирамға лайыҡ.

Беҙ бөйөк Рәсәй тарихы һәм уны һаҡлаусыларҙың сыҙамлылығы һәм батырлығы менән ғорурланабыҙ. Һәр замандарҙа ла улар дәүләт мәнфәғәттәре һағында торҙо. 1812 йылғы Ватан һуғышында ла, Бөйөк Ватан һуғышында ла шулай булған, һәм әле лә шулай.

Хөрмәтле хәрби хеҙмәткәрҙәр һәм ветерандар!

Ихлас күңелдән һеҙгә һәм яҡындарығыҙға ныҡлы һаулыҡ, барлыҡ пландарығыҙҙың тормошҡа ашыуын, һәм, әлбиттә, аяҙ һәм тыныс күк йөҙө теләйем.

Ихтирам менән,

Рөстәм ҒӘЗИЗОВ,

 Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы.

Ил алдындағы бурысығыҙға тоғролоғоғоҙ өсөн сикһеҙ рәхмәт!
Ил алдындағы бурысығыҙға тоғролоғоғоҙ өсөн сикһеҙ рәхмәт!
Автор:Роза Сафина
Читайте нас