

«22 һәм 28 февралдә элемтә инфраструктураһына хакерҙар һөжүменә һәм теле-радиотапшырыуҙар каналдарында һауа тревогаһы тураһында ялған мәғлүмәт еткереүгә бәйле халыҡҡа хәбәр итеү системаларының әҙерлеген комплекслы тикшереү үткәреү ваҡытын күсереү тураһында ҡарар ҡабул ителде», — тиелә хәбәрҙә.
Хәбәр итеү системаларын тикшереү ваҡыты тураһында мәғлүмәт өҫтәмә рәүештә хәбәр ителер, тип белдерҙеләр ведомствола.
Башинформ.