Ашҡаҙар
+17 °С
Ясно
Йәмғиәт
1 Марта 2023, 11:55

Ҡар башына ҡар етә

Синоптиктар март айы башынан аҙағынаса болотло буласаҡ тип фаразлай. Көн дә йә ҡар, йә ҡар ҡатыш ямғыр яуып йонсотор. Әммә ҡайһы берҙә һауа температураһы нулгә яҡынайыр.

Добавить в предпочтительные источники Google

Шатлыҡлы яңылыҡтар ҙа бар – март йылы буласаҡ. Минималь һауа температураһы көндөҙ - 6 градус, максималь – +1 градус. Ә бына төндәрен ныҡ ҡына һалҡынайтасаҡ. Айҙың тәүге декадаһы айырыуса һыуыҡ торор – төндә һауа температураһы -9-ҙан -22 градусҡаса етәсәк. Айҙың икенсе яртыһында шаҡтай йылытасаҡ – -5-тән -9 градусҡа етәсәк. Ә инде ай аҙағына термометр бағанаһы төндәрен -2 градусҡаса күтәрелер.

Р. УСМАНОВА.

Ҡар башына ҡар етә
Ҡар башына ҡар етә
Автор:Роза Сафина
Читайте нас