Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
1 Март 2023, 14:30

Халҡым күңеленән ынйы йыйып

21 февраль Халыҡ-ара туған тел көнө. Ул көн – халыҡтар берҙәмлеген нығытыу, тел байлығын арттырыу, һәр халыҡтың үҙенә хас ғөрөф-ғәҙәтен, сәнғәт йолаларын өйрәнеү йәһәтенән, булышлыҡ итә. Башҡорт теле, милләт өсөн Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың «Туған тел» шиғыры ҙур роль уйнай.

Халҡым күңеленән ынйы йыйыпХалҡым күңеленән ынйы йыйып
Халҡым күңеленән ынйы йыйып

Шуға күрә, яңы быуын, үҙ телен белгән кеүек, Р.Ғарипов ижады менән дә ҡыҙыҡһынырға тейеш тигән маҡсатта, “Алтынай” балалар баҡсаһында башҡорт теле көнө айҡанлы, балалар Башҡортостандың халыҡ шағиры ижады менән танышты. Мауыҡтырғыс сараны өлкәндәр төркөмөндә Әлфирә Кәримова ойошторҙо.

Әҙәби сарала шулай уҡ, тәрбиәселәр ҙә, балалар ҙа әүҙем ҡатнашты. Улар Рәми Ғариповтын шиғырҙарын яттан һөйләне. Рәми Ғарипов һүҙҙәренә Айрат Ҡобағошов ижад иткән “Уйҙарым” ҡобайырын “Каруанһарай” төркөмө, Артур Кәбиров башҡарыуында “Минең йондоҙом” йырын тыңланылар. Йомғаҡлау өлөшөндә ике шәхес Салауат батыр һәм Рәми Ғариповты сағыштырып, уларҙың ил азатлығы, тел киләсәге өсөн милли көрәшсе булараҡ ҡылыҡһырлаған әңгәмә ҡоролдо һәм сара “Ай-һай, Салауат!” йыры менән тамамланды. Минеңсә, ошондай милли саралар күберәк булһа, балаларҙа әҙәбиәткә, мәҙәниәткә ҡыҙыҡһыныу тағы ла нығыраҡ уяныр ине.


Айгөл ӘМИНОВА, тәрбиәсе.
Автор фотоһы.

Халҡым күңеленән ынйы йыйып
Халҡым күңеленән ынйы йыйып
Автор:
Читайте нас