

«Мин һеҙҙе күреүемә бик шатмын, республикабыҙҙан ҡайнар сәләм еткерәм, һеҙҙең менән күптән осрашырға теләй инек, — тип сәләмләне Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Башҡортостанда тыуып үҫеп, әлеге ваҡытта Мәскәүҙә уҡып йөрөгән студенттарҙы. — Һеҙ ауыр юл үтеп, илдең иң яҡшы юғары уҡыу йорттарына уҡырға индегеҙ. Һеҙ — Башҡортостандың намыҫы һәм ғорурлығы. Тормош шулай ҡоролған: йәштәр һәр саҡ сифатлыраҡ белем биргән урындарҙы эҙләй һәм шунда уҡырға инә. Әгәр һеҙ белем алып, республикабыҙға ҡайтһағыҙ, яҡшы булыр ине. Йәштәрҙең тыуған яҡтарына ҡайтып, үҙ юлын тапҡан осраҡтар күп, уңышлы эшләйҙәр».
Радий Хәбиров республиканың «Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ» тигән лозунг аҫтында йәшәүен һәм яҡташтарыбыҙға һәр саҡ ярҙам итергә әҙер булыуын иҫкә төшөрҙө. Әлеге көндә Башҡортостандың Мәскәүҙәге вәкиллегенең студенттар менән хеҙмәттәшлек мәсьәләһендә мөмкинлектәре тулыһынса файҙаланылмай, тип иҫәпләй ул.
Студенттар менән аралашҡанда Радий Хәбиров Башҡортостандың иҡтисади ҡеүәте тураһында һөйләне. Төп күрһәткестәр буйынса республика тотороҡло рәүештә илдең тулайым эске продуктының яртыһынан ашыуын формалаштырған алдынғы төбәктәр иҫәбенә инә, тип билдәләне ул. Ике йыл рәттән Башҡортостан сәнәғәт сәйәсәте һөҙөмтәлелеге буйынса илдә беренсе урынды биләй.
«Башҡортостан күп осраҡта үҙенең фәнни-инновацион ҡеүәте менән уңыштарға өлгәшә. Ғилми-технологик үҫеш рейтингында беҙ — дүртенсе урында», — тине Радий Хәбиров. Республика әүҙем үҫешә һәм йәш квалификациялы белгестәргә мохтаж, тип өҫтәне ул.
Башинформ.