Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Йәмғиәт
1 Март 2023, 11:45

Стәрлетамаҡта Куликов урамы буласаҡ

Стәрлетамаҡ ҡала советы «Шахтау» һәм “Йәйғорло” («Радужный») биҫтәләрендәге урамдарға һәм ҡалалағы скверҙарға исем биреү тураһында ҡарар ҡабул итте.

«Шахтау»ҙағы яңы урамдар:

 Баев урамы – «Сода» заводында һәм Шахтау бурташ карьерында 48 йыл эшләгән, «БРҙың атҡаҙанған шахтеры» Михаил Андреевич Баев хөрмәтенә; Корнеев урамы – Сталинград янындағы һуғыштарҙа ҡатнашҡан, күп йылдар сода-цемент комбинаты директоры булып эшләгән, ҡала үҫешенә ҙур өлөш индергән Виталий Ефимович Корнеев; Скуин урамы – Шахтау карьеры геологы Иван Андреевич Скуин иҫтәлегенә бирелде.

 «Радужный» биҫтәһендәге яңы урамдар:

Семагин урамы – Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, юғары категориялы хирург, Стәрлетамаҡ ҡалаһының беренсе почетлы гражданы, һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә ҙур өлөш индергән Василий Александрович Семагин;

Куликов урамы – Рәсәй дәүләт эшмәкәре, 2016 йылдың ноябренән 2021 йылдың 8 октябренә тиклем Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы вазифаһын биләгән Владимир Иванович Куликов

 Олег Ташматов урамы – Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы, үткән йылдың көҙөндә һәләк булған яугир Олег Закир улы Ташматов исемен йөрөтәсәк. Батыр, үлгәндән һуң, 4-се дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены менән бүләкләнде.

 Бынан тыш, элекке «Салауат» кинотеатры янындағы скверға Салауат Юлаев исеме бирелде. Элгәрерәк хәбәр ителеүенсә, “Йәйғорло” («Радужный») биҫтәһен “Батша ауылы” («Царское село») биҫтәһе аръяғында төҙөргә уйлайҙар, «Шахтау» микрорайоны шул уҡ исемдәге биҫтә янында барлыҡҡа киләсәк.

 Р. САФИНА.

Стәрлетамаҡта Куликов урамы буласаҡ
Стәрлетамаҡта Куликов урамы буласаҡ
Автор:Роза Сафина
Читайте нас