Ашҡаҙар
+24 °С
Облачно
Йәмғиәт
2 Марта 2023, 09:45

Хеҙмәт династияһы стажы - 112 йыл!

Республика етәксеһе «Авангард» предприятиеһы ветераны менән таныштырҙы.

Хеҙмәт династияһы стажы - 112 йыл!Хеҙмәт династияһы стажы - 112 йыл!
Хеҙмәт династияһы стажы - 112 йыл!

Илебеҙҙең оборона сәнәғәте предприятиеларының береһе — Стәрлетамаҡтың «Авангард» заводы 80 йыллығын билдәләй. Был хаҡта үҙенең телеграм-каналында Радий Хәбиров хәбәр итте. Бөгөн республика етәксеһе ошо предприятиеның ветераны Айҙар Хаммат улы Әхмәтгәрәев тураһында һөйләне. Ул нигеҙ һалған хеҙмәт династияһының дөйөм стажы — 112 йыл!

1984 йылда Өфө химия-технология институтын тамамлағандан һуң Айҙар Әхмәтгәрәев «Авангард» заводына эшкә тәғәйенләнә. Башта инженер-конструктор булып эшләй. Артабан — ҡорамалдар ремонтлау буйынса мастер, участка начальнигы, инженер-технолог, баш механик. Һуңғы 16 йылда Айҙар Хаммат улы — ошо предприятиеның баш инженеры урынбаҫары. Тормош иптәше Гөлшат Әхтәм ҡыҙы менән дә «Авангард»та танышҡан. Уның заводтағы хеҙмәт стажы байтаҡ, 43 йыл. Улдары Артур менән Артём да университеттан һуң заводҡа килгән, ун йыл инде ошонда эшләйҙәр. Уларҙың хәләл ефеттәре кеүек үк. Бына шундай  данлы хеҙмәт династияһы, тип билдәләне Радий Хәбиров.  

«Ә «Авангард» — уникаль завод. 1943 йылдан оборона сәнәғәте өлкәһендә уникаль компетенциялар булдырған. Предприятие даими яңыра, инновацион технологик процестар индерелә. Завод майҙансығында индустриаль парк эшләй. Нефть-газ, химия компанияларының да предприятиеның продукцияһына ихтыяжы ҙур. Әхмәтгәрәевтар династияһын һәм заводтың барлыҡ хеҙмәткәрҙәрен предприятиеның 80 йыллығы менән ҡотлайым. Уңыштар һәм һаулыҡ теләйем», — тип билдәләне Башҡортостан Башлығ

Башинформ.

Автор:
Читайте нас