Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
2 Март 2023, 05:00

Утҡа инеп янмағыҙ!

Эш араһында бер бесәй балаһының әсенеп ҡысҡырғанын ишетеп ҡалдым. Тауышҡа ыңғайлап барһам, текмә артында бер йолҡош ҡына мәхлүк тамаҡ һорапмы, әсәһен таптырыпмы яр һала. Үҙе ябығып, бысранып бөткән. Текмә аша ғына төшөп алыр инем, ул яҡты ҡыуаҡ-ботаҡ ҡаплап алған, үтерлек түгел. Ахыры, ярыҡ аша ҡулымды һуҙам.

Утҡа инеп янмағыҙ!Утҡа инеп янмағыҙ!
Утҡа инеп янмағыҙ!

Төрлөсә яғымлы итеп саҡырып та ҡарайым. Әммә теге бала бесәй уҫал ыҫылдап, тештәрен ыржайтып – мине дошман күрепме – артҡа сигенде-сигенде лә, ҡыуаҡлыҡҡа инеп юғалды. Их, дөрөҫ итеп саҡырманым, ҡабаландым бигерәк, тип үкенеп ҡуйҙым... Ярай, Аллаһ яҙған булһа, икенсе берәү уны табып алыр әле.

Кире килә ятҡанда, ә бит дингә саҡырғанда ла ошо уҡ хәл, тип иҫкә төштө. Бәғзе берәүҙәр шул бесәй балаһы кеүек күҙ алдына баҫа. Аҙашҡанын күреп, уға ҡул һуҙаһың, яғымлы итеп өндәшәһең, ә ул тештәрен ыржайтып ҡасып китә. Тимәк, йә мин дөрөҫ саҡырмағанмын, йә ул үҙ башына тиҫкәре, тип үкенәһең шул саҡтарҙа. Ярай, Аллаһ яҙған булһа, икенсе берәү уға тағы тап булыр, ул яҡшыраҡ аңлатыр әле, тип, ҡайғырмаҫҡа ла тырышаһың...
Ҡөрьәндә: “Кемдер иман килтермәһә, уның кафырлығы һине ҡайғыртмаһын”, – тигән Аллаһ (“Лоҡман” сүрәһе, 31:23). Мөхәммәт пәйғәмбәр бит, мин төнгө усаҡ тирәләй ҡулдарымды болғай-болғай йүгереп йөрөүсегә оҡшаш, һеҙҙе туҡтатырға тырышам, ә һеҙ төнгө күбәләктәр шикелле, усаҡтың яҡтыһына ҡыҙығып, минең ҡысҡырғанға иғтибар ҙа итмәй, берәм-берәм утҡа инеп янаһығыҙ, тип ныҡ ҡайғырыр булған. Йә Аллаһ, ни тиклем кеше йәнле, ни тиклем йомшаҡ йөрәкле булған ул! Уға хас шул йомшаҡлыҡ, сабырлыҡ һәм тырышлыҡтарҙан беҙгә лә мул бер өлөш бирһәң ине!

Интернет сығанаҡтарынан.

Автор:
Читайте нас