

Төркиә халҡы исеменән генераль консул Башҡортостан ҡотҡарыусыларына тәбиғәт ғәрәсәттәренән иң ныҡ зыян күргән Кахраманмараш ҡалаһында ер тетрәү эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ярҙам күрһәткәне өсөн ихлас рәхмәт һүҙҙәрен белдерҙе.
«Беҙҙең бәләне үҙегеҙҙеке итеп ҡабул итеп, Төркиәгә ярҙамға килгәнегеҙ өсөн ҙур рәхмәт. Беҙ быны бер ҡасан да онотмаҫбыҙ һәм киләсәктә илебеҙгә ыңғай тәьҫораттар алырға килерһегеҙ тип ышанабыҙ», – тип билдәләне үҙ сығышында Исмет Эрикан.
Ҡотҡарыусыларға рәхмәт хаттары һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Шулай уҡ Өфөнөң граждандарҙы яҡлау идаралығы начальнигы Рафаэль Әхмәтовтың һәм Башҡортостан Республикаһы Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының авария-ҡотҡарыу хеҙмәте начальнигы вазифаһын башҡарыусы Таһир Хәмиҙуллиндың да ошо эшкә индергән өлөшө билдәләнде.
«Беҙ егеттәребеҙ өсөн ныҡ борсолдоҡ. Рәсми ялда булһалар ҙа, мин барыбер улар өсөн яуаплы инем. Улар беҙгә көн һайын тиерлек яҙып торҙолар, ләкин Совет майҙанына иҫән-һау әйләнеп ҡайтҡандарын күрмәйенсә, тынысланманым», – тине Рафаэль Михайлович.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостандан 25 ҡотҡарыусы 2023 йылдың 6 февралендә Төркиәлә булған ҡот осҡос ер тетрәү эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашты. Улар алты иҫән кешене тапҡан, 54 кешенең кәүҙәһен сығарған.
Башинформ.