Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Йәмғиәт
6 Март 2023, 12:43

Өфөнән Минскиға тәүге самолет осто

Бөгөн Red Wings авиакомпанияһы Өфөнән Белоруссияның баш ҡалаһына — герой-ҡала Минскиға тәүге даими рейс асты. Был хаҡта Өфө аэропортының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр иттеләр.

Өфөнән Минскиға тәүге самолет остоӨфөнән Минскиға тәүге самолет осто
Өфөнән Минскиға тәүге самолет осто

Рейс аҙнаһына бер тапҡыр, дүшәмбе көндәрендә башҡарыла.

Юлға 2 сәғәт 30 минут ваҡыт китә.

Әле Өфөнән Минскиға һәм кире йүнәлештә рейстар йышлығын арттырыу буйынса һөйләшеүҙәр алып барыла, тип хәбәр иткәйне «Башинформ».

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, Өфөнән Минскиға тура авиарейстар — принципиаль мәсьәлә.

«Республикабыҙ һәм Белорусь араһында тығыҙ, партнерлыҡ мөнәсәбәттәре булдырылды, — тип билдәләне Башҡортостан Башлығы. — Беҙ сауҙа, сәнәғәт, мәҙәниәт, туризм өлкәһендә ныҡлы бәйләнештәрҙе яйға һалдыҡ. Уларҙы артабан да үҫтерергә ниәтләйбеҙ. Июндә Өфөлә ике ил төбәктәре форумы бының өсөн тағы ла бер етди этәргес булыр тип көтәбеҙ».

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 16 февралдә Рәсәйҙең тағы бер авиакомпанияһы Өфөнән Дүшәнбегә осош программаһын асты. 17 февралдә «Өфө —Сәмәрҡәнд» тура авиаосоштары башланды.

Башинформ.

Автор:
Читайте нас