

«Халыҡ фронтының «Бөтәһе лә Еңеү өсөн» проекты сиктәрендә беҙ алғы һыҙыҡтағы егеттәргә даими рәүештә гуманитар ярҙам алып барабыҙ һәм күптәре менән бәйләнеш тотабыҙ. Яугирҙәр ғаиләләрен ныҡ һағына. Балалар төшөргән һүрәттәрҙе йәки хаттарҙы алғас, уларҙың ниндәй хис-тойғолар кисергәнен күрәбеҙ, ҡайһы берҙәренең хатта күҙҙәре йәшләнә, бының ни тиклем мөһим икәнлеген аңлайбыҙ. Шул рәүешле видеосәләмләү идеяһы килеп тыуҙы, уны байрам алдынан тормошҡа ашырырға булдыҡ», — ти Халыҡ фронтының йәштәр бүлеге етәксеһе Владимир Тараненко.
Дүртөйлө районынан Ғәмбәриә Сөләймәнова тәүгеләрҙән булып улынан видеосәләмләү һәм ләлә сәскәләренән гөлләмә алды. Уның улы махсус хәрби операция зонаһында хәрби бурысын үтәй. Яугир әсәһенә генә түгел, гражданкала туғандарын көткәндәрҙең һәммәһенә лә изге теләктәрен еткерҙе.
«Минең яратҡан һәм ҡәҙерле әсәйем, һине 8 Март байрамы менән ҡотлайым. Ғаиләбеҙҙә һәр саҡ тыныслыҡ, муллыҡ һәм бәхет булһын. Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө менән. Минең өсөн борсолма, барыһы ла һәйбәт», — тине хәрби видеоҡотлауҙа.
Улыңдан ошондай үҙенсәлекле формала теләктәр ишетеү, туғандары һүҙҙәренсә – иң яҡшы бүләк.
«Уның ниндәй шәп егет икәнен һүҙ менән генә аңлатып булмай. Ул һәр саҡ ярҙам итергә әҙер тора. Һәр ваҡыт алсаҡ йөҙлө, шат күңелле. Ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, рух төшөнкөлөгөнә бирелмәй. Волонтерҙарға ҙур рәхмәт», – тине яугирҙең әсәһе Ғәмбәриә Сөләймәнова.
Башинформ.