

Ҡәҙерле ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ!
Ошо матур көндә һеҙҙе яҡты яҙғы байрам – Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө менән ихлас ҡотлайым!
Тормошта һөйөү, хәстәр, изгелек, наҙ, күңел йылыһы, йәм кеүек иң нескә һәм тулҡынландырғыс төшөнсәләрҙе ҡатын-ҡыҙ менән бәйләйбеҙ. Хәҙерге тормош ритмында һеҙ барыһына ла өлгөрәһегеҙ: өй йылыһын булдырырға ла, балалар тәрбиәләргә лә һәм үҙегеҙҙе һөнәри һәм ижтимағи эшмәкәрлектә раҫларға ла. Һеҙ беҙҙе, ирҙәрҙе сабыр булырға һәм иғтибарлы булырға өйрәтәһегеҙ, беҙгә ышаныс өҫтәйһегеҙ, иң ҡыйыу эштәргә дәртләндерәһегеҙ.
Һөйөклө ҡатын ҡыҙҙарыбыҙ! Зирәклегегеҙ һәм ярҙамығыҙ өсөн рәхмәт һеҙгә. Ысын күңелемдән һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, бар эштәрегеҙҙә лә юғары уңыштарға ирешеүегеҙҙе һәм иң изге теләктәрегеҙҙең тормошҡа ашыуын теләйем.
Һәр ваҡыт яҡындарығыҙҙың һөйөүенә һәм хәстәренә сорналып йәшәгеҙ ҙә йәшәгеҙ әйҙә. Байрам менән!
Рөстәм ҒӘЗИЗОВ,
Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы.