Ашҡаҙар
-13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Март , 10:18

Рәсәй Президенты яҡташыбыҙға «Герой-әсә» наградаһын тапшырҙы

Яҡташыбыҙ Альбина Хәйҙәршина «Герой-әсә» исеменә лайыҡ булды. Награданы 8 мартта ил президенты Владимир Путин тапшырҙы. Ул республикала беренсе, ә Рәсәйҙә унынсы булып ошо абруйлы исем менән бүләкләнде.

Рәсәй Президенты яҡташыбыҙға «Герой-әсә» наградаһын тапшырҙы
Рәсәй Президенты яҡташыбыҙға «Герой-әсә» наградаһын тапшырҙы

Альбина Хәйҙәршина – Балтас районынан. Хәләл ефете Винер менән 13 бала тәрбиәләйҙәр. 2014 йылда Владимир Путин Хәйҙәршиндәрҙең ишле ғаиләһенә «Ата-әсәлек даны» орденын тапшырғайны.

«Башинформ» хәбәр иткәнсә, Владимир Путин 2022 йылдың 15 авгусында «Герой-әсә» исемен тергеҙеү тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Был исем 1944 йылда булдырылған, һуңғы тапҡыр ул 1991 йылдың 14 ноябрендә тапшырылған. Юғары награда илебеҙҙең 10 һәм унан күберәк бала тәрбиәләп үҫтергән ҡатын-ҡыҙҙарына бирелә.

Исем менән бергә бүләкләнгән әсәләргә берәр миллион һум түләнергә тейеш.

Бөгөн Башҡортостанда 10 һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән 60 ғаилә бар. Исем алыу өсөн шулай уҡ ғаиләнең имен булыуы, уның ағзаларының береһенең дә хөкөмгә тарттырылмауы мөһим.

Башинформ.

Рәсәй Президенты яҡташыбыҙға «Герой-әсә» наградаһын тапшырҙы
Рәсәй Президенты яҡташыбыҙға «Герой-әсә» наградаһын тапшырҙы
Автор:
Читайте нас в