Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Март 2023, 11:59

Радий Хәбиров Башҡортостандың судьялар корпусына рәхмәт белдерҙе

Башҡортостанда йөҙ йыллыҡ сикте уҙған суд системаһы бөгөнгө хәл-шарттарҙа юғары эш һөҙөмтәлелеген тәьмин итә, республикала йәшәүселәрҙең хоҡуҡтарын һәм законлы мәнфәғәттәрен ышаныслы яҡлай, тип билдәләне Радий Хәбиров республиканың район, район-ара, ҡала судтары рәйестәре һәм рәйес урынбаҫарҙары менән кәңәшмәлә.

Радий Хәбиров Башҡортостандың судьялар корпусына рәхмәт белдерҙе
Радий Хәбиров Башҡортостандың судьялар корпусына рәхмәт белдерҙе

«Судьялар һәм аппарат хеҙмәткәрҙәре, йөкләмәнең артыуына ҡарамаҫтан, үҙҙәренең алдында торған бурыстарҙы уңышлы хәл итә. Былтыр республика судтары 1 миллион 300 мең эш һәм материал ҡараған. Был 2021 йылға ҡарағанда 9% күберәк», – тип билдәләне Башҡортостан Башлығы.

Барыһы ла сикләү һәм тыйыу шарттарында эшләгән ҡатмарлы пандемия осорон республикабыҙ лайыҡлы үтте, тине ул.

«Һеҙгә административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында ҙур күләмле эштәр йөкмәтелде. Уҙған йылда апелляция һәм кассация суд инстанциялары республика Юғары судының республика биләмәһендә коронавирус инфекцияһының таралыуын сикләү буйынса индерелгән сараларҙы законлы һәм нигеҙле тип таныу буйынса позицияһын раҫланы», – тине республика етәксеһе.

Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, хәҙер махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтеү – бөтә кимәлдәге властың төп бурысы. Республиканың суд системаһы хеҙмәткәрҙәре лә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләре мөрәжәғәт иткән осраҡта юғары профессионализм, оперативлыҡ күрһәтер, тигән ышанысын белдерҙе ул.  

«14 февралдә судьялар кәңәшмәһендә ил президенты Владимир Владимирович Путин бындай мәсьәләләрҙең бөтә хоҡуҡи аспекттарҙы ғына түгел, ә аныҡ тормош шарттарын да иҫәпкә алып ентекле хәл ителергә тейешлеген билдәләне.

Судья һөнәре юғары компетентлыҡ, намыҫлылыҡ, батырлыҡ, фиҙакәрлек талап итә. Һеҙ кешеләрҙең яҙмышын хәл итәһегеҙ – был ауыр һәм яуаплы хеҙмәт.

Тормошобоҙ шул тиклем тиҙ үҙгәрә. Шулай ҙа законлылыҡҡа һәм ғәҙеллеккә хеҙмәт итеү хөкөм эшен тормошҡа ашырыуҙа һәр ваҡыт төп принцип булып ҡала. Һеҙгә законға тоғролоҡ, һөнәри оҫталыҡ, ғәҙеллек һәм принципиаллек өсөн рәхмәт белдерәм», – тине Радий Хәбиров.

Башинформ.

Автор:
Читайте нас: