Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Март 2023, 13:26

Башҡортостан делегацияһын Ислам Республикаһы вице-президенты ҡабул итте

Иранда Башҡортостан делегацияһын Ислам Республикаһының иҡтисади мәсьәләләр буйынса вице-президенты Мохсен Резайи ҡабул итте. Был осрашыу хаҡында Башҡортостан Башлығы социаль селтәрҙә яҙып сыҡты.

Башҡортостан делегацияһын Ислам Республикаһы вице-президенты ҡабул итте
Башҡортостан делегацияһын Ислам Республикаһы вице-президенты ҡабул итте

«Башҡортостан менән Иран араһында тауар әйләнеше әлегә 100 миллион долларға яҡын. Алдағы йылдарҙа ошо күрһәткесте кәмендә ике тапҡырға арттырыу беҙҙең көсөбөҙҙән килер тип ышанам. Иран – Башҡортостанға, ә Башҡортостан Иранға инвестиция һалырға әҙер. Халыҡ-ара иҡтисади хәл беҙҙе ошо йүнәлештә эшләргә этәрә.

Һис шикһеҙ, ике яҡлы эшмәкәрлек иҡтисад өлкәһе менән генә сикләнмәй. Беҙҙең фән, мәғариф, медицина туризмы өлкәһендә хеҙмәттәшлекте киңәйтергә теләк бар. Көҙ көнө, Республикабыҙ көнө алдынан, Башҡортостанда Иран Ислам Республикаһы көндәрен үткәреү тәҡдиме барлыҡҡа килде. Иран яғы быны хупланы», – тип билдәләне Радий Хәбиров.

Иран вице-президенты Башҡортостан делегацияһының хеҙмәттәшлек буйынса пландарҙы контролдә тотоу үтенесенә яуап бирҙе һәм шунда уҡ хөкүмәт ағзаларына тейешле бурыстар йөкмәтте, тип билдәләне ул.

Башинформ.

Автор:
Читайте нас: