Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Март 2023, 12:10

Яугирҙарға ярҙам итәбеҙ

Стәрлетамаҡ ирекмәндәре махсус операция яугирҙарына ярҙам итеүен дауам итә. Улар маскировка селтәрҙәре һәм окоп (блиндаж) шәмдәре әҙерләй.

Селтәрҙәр эшләү буйынса акцияны «Аструм» сауҙа-күңел асыу комплексы башлап ебәрҙе. Ул эш көндәрендә Комсомол урамы, 5-се йорт адресы буйынса «Аструм» сауҙа-күңел асыу комплексының 3-сө ҡатында сәғәт 9-ҙан 18.00-гә тиклем үтә.

Окоп (блиндаж) шәмдәре әҙерләү акцияһын ойоштороусылар булып Стәрлетамаҡтағы  «Европа Плюс» радиостанцияһы сығыш яһай. Шәмдәрҙе  тултырыуға ҡушылыу  өсөн эш көндәрендә Хоҙайбирҙин урамы, 17-се йорт адресы буйынса  Стәрлетамаҡтағы «Европа Плюс» радиостанцияһына сәғәт 9-ҙан 18.00-гә тиклем килергә мөмкин.

Йәштәр сәйәсәте буйынса бүлек.

Яугирҙарға ярҙам итәбеҙ
Яугирҙарға ярҙам итәбеҙ
Автор:Роза Сафина
Читайте нас: