Ҡалғаны мәшғүллек үҙәктәрендә иҫәптә торғандар, декрет ялындағы ҡатын-ҡыҙҙар, эшен дауам итергә теләгән пенсионерҙар өсөн тәғәйенләнгән.
Сертификаттың хаҡы ике тапҡырға артҡан һәм хәҙер 20 мең һум тәшкил итә. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзалары өсөн сумма күберәк — 50 мең һум. Был аҡсаны һөнәри йәки өҫтәмә һөнәри белем алыуға тотонорға мөмкин.
Башинформ.