Ашҡаҙар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Март 2023, 15:53

Салауат Юлаев батальоны яугирҙәре — «Братья» документаль фильмының геройҙары

Салауат Юлаев исемендәге ирекле батальон яугирҙәре Айгөл Ербулованың «Братья» документаль фильмының геройҙары булды. RT телеканалының фильмы — илебеҙҙең төрлө төбәктәренән махсус операцияла ҡатнашырға хәл иткән ир-егеттәр хаҡында.

Салауат Юлаев батальоны яугирҙәре — «Братья» документаль фильмының геройҙары
Салауат Юлаев батальоны яугирҙәре — «Братья» документаль фильмының геройҙары

Фильмдың бер өлөшө Башҡортостан батальонына бағышланған. Документаль фильмда ир-егеттәрҙең хәрби әҙерлек үтеүе тураһында һөйләнеләр, Совет майҙанынан тантаналы рәүештә оҙатыу кадрҙарын күрһәттеләр. Тәүҙә үҙем махсус хәрби операция зонаһына барырға теләгәйнем, ләкин йәшем арҡаһында алманылар, ти отрядты ойоштороусы Артур Йомағужин. Шул саҡта инде уға батальон төҙөү идеяһы килгән.

«Улар араһында депутаттар, үҙ эшен япҡан, өс балаһын һәм ҙур йортон ҡалдырған бизнесмен бар. Мин һәр саҡ әйтәм: кем беҙгә килгән, улар — Рәсәйҙең шәп улдары, Башҡортостандың ғорурлығы», — тине Йомағужин.

«Агроном» ҡушаматлы яугир һөйләүенсә, ул бер ҡасан да армияла хеҙмәт итмәгән, ҡулына ҡорал тотмаған. Ләкин күп балалы атай махсус хәрби операцияға китергә тигән ҡарар ҡабул иткән.

Бөгөн, 14 мартта, интернетта фильмдың премьераһы булды. Февралдә картинаны «aRTel.doc: геройҙар осоро» халыҡ-ара документаль кино фестивалендә күрһәттеләр.

 

Башинформ.

Автор:
Читайте нас: