«Ауыл өсөн бындай объекттар бик мөһим. Башҡортостанда халыҡтың күпселек өлөшө ауылда йәшәй – яҡынса 1,7 миллион кеше. Беҙ һәр ауылда тиерлек спорт инфраструктураһын булдырырға тырышабыҙ», – тине Башҡортостан Башлығы.
Одес Байсолтанов санкция баҫымы шарттарында урындарҙа спортты үҫтереүҙең мөһимлеген билдәләне. Шулай уҡ Башҡортостанға федераль күләмдәге барлыҡ спорт сараларын юғары кимәлдә ойошторғандары өсөн рәхмәт белдерҙе.
«Борай районында ошондай заманса спорт комплексының асылыуы ҡыуаныслы. Рәсәй спортына ғәйәт ҙур санкция баҫымы яһалған осорҙа тәү сиратта төбәк спорт инфраструктураһын үҫтерергә кәрәк. Халыҡ, спортсылар мохтажлыҡ кисермәһен һәм спорт менән шөғөлләнә алһын өсөн. Республиканың ошо йүнәлештә башҡарған эштәре ихтирамға лайыҡ.
Башҡортостанда спортты үҫтереү менән эҙмә-эҙлекле шөғөлләнәләр. Беҙ тармаҡ министрлығы булараҡ быны яҡшы күрәбеҙ. Бында спорт сараһының юғары кимәлдә үтәсәгенә шик юҡ. Шуға күрә ошондай күп яҡлы эшегеҙ өсөн ҙур рәхмәт», – тине ул.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, 23 июлдән 3 авгусҡа тиклем республикала сурдлимпиясыларҙың «Беҙ бергә. Спорт» альтернатив уйындары үткәрелә.
Башинформ.