Ашҡаҙар
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Март 2023, 16:03

ГИС ЖКК – торлаҡ-коммуналь хужалығының берҙәм мәғлүмәт ресурсы

ГИС ЖКК – торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса берҙәм мәғлүмәт ресурсы
ГИС ЖКК – торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса берҙәм мәғлүмәт ресурсы

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡтың дәүләт мәғлүмәт системаһы йәки ГИС ЖКК – бөтә илдән һәм баҙарҙа ҡатнашыусыларҙан торлаҡ-коммуналь хужалыҡтың торошо тураһында мәғлүмәттәр йыйылған берҙәм ресурс.

Был системаға һәр кем ошо һылтанма (https://clck.ru/UWkfh) аша инеп, идара итеүсе һәм ресурс менән тәьмин итеүсе ойошмалар, ТСЖ, төрлө кимәлдәге власть органдары менән үҙ-ара эш итә ала.
Интернет-ресурста теркәлеүселәр торлаҡ-коммуналь хужалығы буйынса ентекле мәғлүмәт ала-ала, һәм был өлкәгә ҡағылышлы төрлө мәсьәләләрҙе хәл итеү юлдарын таба ала.

Торлаҡ-коммуналь хужалығының дәүләт мәғлүмәт системаһына айырым теркәлеү кәрәкмәй. Уға “Дәүләт хеҙмәттәре” (www.gosuslugi.ru) порталы аша инергә мөмкин. Мобиль телефон аша ҡулланыу уңайлы булһын өсөн iOS һәм Android платформаларына яраҡлаштырылған мобиль ҡушымта ла булдырылған.

#минстройроссии #гисжкх

Автор:Эльдар Фаттахов
Читайте нас: