+3 °С
Болотло
Һалым хеҙмәтенең республика идаралығы декларация кампанияһы һөҙөмтәләрен иғлан итте. Халыҡ 486 мең документ тултырған. Был уҙған йылдағынан 4,1 процентҡа күберәк. 58 мең кеше миллион һумдан ашыу табыш күрһәткән. Декларацияларҙың 88 процентын миллион һумға тиклем табыш алыусылар тултырған. Республикала 18 миллиардер теркәлгән.
Иң ҙур табыш 7,86 миллиард һум тәшкил иткән. Был килемде республика кешеһе сит ил компанияһы эшмәкәрлегендә ҡатнашыуҙан алған.