Ашҡаҙар
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Март 2023, 20:34

“ЮВЕЛИР БУЛЫП ЭШЛӘЙЕМ!”

Шулай тип шаярта Марсель Ҡәҙеров үҙенең эше тураһында. Ысынында иһә ул – Стәрлетамаҡ “Юл-йәшелләндереү эштәре ремонт-төҙөлөш идаралығы” муниципаль бюджет учреждениеһында грейдерсы.Әммә, юлдарҙы тигеҙләүтаҙартыу буйынса бурыс таталап ителгән оҫталыҡты иҫәпкә алғанда, Марсель Булат улының ҡайһылыр кимәлдә хаҡлы икәненә төшөнәһең.Ҡарҙан таҙартылған, асфальт түшәлгән тигеҙ юлдан елдереүе генә анһат ул, ә бына уны булдырыу – ҙур хеҙмәт!

“ЮВЕЛИР БУЛЫП ЭШЛӘЙЕМ!”
“ЮВЕЛИР БУЛЫП ЭШЛӘЙЕМ!”

Асфальт тигәндән, механизатор быға тиклем төрлө трактор төрҙәрендә эшләгән, асфальт та йәйгән, экскаваторсы ла булған. Һуңғы йылдарҙа иһә күңеле “Грейдер”ҙы үҙ итә. Әйткәндәй, бындай техникала эшләү өсөн
мотлаҡ ҙур тәжрибә кәрәк, сөнки ике эттергесле тракторҙы йөрөтөү, тигеҙ итеп, юлды аҡтармай этеү бөгөн руль артына ултырған механизатор ҡулынан килерҙәй эш түгел

– Эшемде яратам, бөтә ҡала буйлап, ҡайҙа ҡушыла, шунда ҡар этергә йөрөйөм. Эш хаҡы юғары, ваҡытында түләйҙәр, етәкселек менән яҡшы мөнәсәбәттәмен, ҡатыным Эльвира менән бер ҡыҙ үҫтерәбеҙ, – тип таныштыра Ауырғазы егете тормошо менән. Ысынлап та, бәхет өсөн күп кәрәк түгел, яратҡан ғаилә, эш, һаулыҡ булһа – Юл-йәшелләндереү эштәре ремонт-төҙөлөш идаралығы хеҙмәткәрҙәре ҡалабыҙҙы матурларға һәр саҡ әҙер! Марсель Булат улына һәм уның барлыҡ хеҙмәттәштәренә һаулыҡ, яратҡан ғаиләләре, яратҡан эштәре булыуын теләп ҡалабыҙ!

Автор:Рамиль Мансуров
Читайте нас: