+25 °С
Болотло
«Барығыҙға ла берлектәге эш өсөн рәхмәт әйткем килә, тыуған көнөмдө һеҙҙең менән бергә билдәләүемә бик шатмын. Былтыр тыуған көнөмдө ҙур булмаған төркөмөбөҙ менән Донецк Халыҡ Республикаһында билдәләнем, был минең өсөн бик мөһим ине. Ярҙамығыҙ һәм командала эшләүегеҙ өсөн рәхмәт», — тине Радий Хәбиров.
Заман менән бергә атлаған дәрт-дарманлы, хәстәрлекле, яуаплы, талапсан етәксебеҙгә тыуған көнө уңайынан иң изге теләктәребеҙҙе юллайбыҙ. Республика халҡы тормошон яҡшыртыуға йүнәлтелгән күп йүнәлешле, ҡатмарлы эшендә уңыштар, ныҡлы һаулыҡ, ғаилә бәхете теләйбеҙ!
Башинформ.