Ашҡаҙар
+22 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Март 2023, 12:06

Ҡайһы бер водитель таныҡлыҡтарының ғәмәлдә булыу ваҡыты оҙайтыла

2012 һәм 2013 йылдарҙа алынған водитель таныҡлыҡтарының ғәмәлдә булыу ваҡыты өс йылға оҙайтылды. Был хаҡта дүшәмбе Эске эштәр министрлығы башлығы Владимир Колокольцевҡа һылтанма менән «Известия» хәбәр итте.

Ҡайһы бер водитель таныҡлыҡтарының ғәмәлдә булыу ваҡыты оҙайтыла
Ҡайһы бер водитель таныҡлыҡтарының ғәмәлдә булыу ваҡыты оҙайтыла

Ведомство коллегияһының киңәйтелгән ултырышында төп доклад менән сығыш яһағанда уның етәксеһе бындай водитель таныҡлыҡтарын оҙайтырға кәрәкмәүен белдерҙе. Документтың ғәмәлдә булыу ваҡыты автоматик рәүештә өс йылға оҙайтыла.

2022 йылдың 1 ғинуарынан 2023 йылдың 31 декабренә тиклемге осорҙа транспорт йөрөтөү таныҡлыҡтары ғәмәлдән сыҡҡан водителдәргә «Дәүләт хеҙмәттәре» аша документты алмаштырыуға ғариза бирергә һәм ЮХХДИ-ға барырға кәрәкмәй.

Колокольцев һүҙҙәренсә, ҡарар Рәсәй Эске эштәр министрлығы органдарына йөкләмәне кәметеү һәм автомобиль хужаларына уңайлы булһын өсөн ҡабул ителгән.

Башинформ.

Автор:
Читайте нас: