Ашҡаҙар
+14 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Март 2023, 11:49

Изге айға аяҡ баҫабыҙ!

Бисмилләһир-Рахмәнир-Рахим. Григорян календары менән 610 йыл Рамаҙан айында изге Ҡөрьәнебеҙҙең ер йөҙөндәге тарихы башланды. Бына ошонда Аллаһы Тәғәлә “Фәмән шәһидә минкүмүш-шәһрә фәл-йәңүмһң”, ти. «Кем ошо айҙы күрһә, кем ошо айға аяҡ баҫһа (Рамаҙан айы), ураҙа тотһон”, ти. “Ураҙа тотһон” тигәне – Аллаһы Тәғәләнең бойороғо һәм Ислам дине терәктәренең береһе һәм ғибәҙәттәрҙең иң мөһиме!

Изге айға  аяҡ баҫабыҙ!
Изге айға аяҡ баҫабыҙ!

Нимә һуң ул ураҙа? Фиҡһ фәнендәге аңлатма буйынса, таң беленгәндән алып ҡояш байығанғаса ғибәҙәт ҡылыу ниәтендә Аллаһы ризалығы өсөн ашау-эсеү һәм енси мөнәсәбәттән тыйылыу. Ә телдәге мәғәнәһенә килһәк, ул күпкә киңерәк: ураҙа тотоу Ҡөрьән телендә “Саум” тип атала, йәғни нимәнәндер тыйылыу, эшләмәү йәғни күңел ашайһы-эсәһе килә, әммә Аллаһы ризалығы өсөн был эштәр эшләнмәй һәм тыйылаһың. Шуға күрә ураҙа тотоу – тыйылыу.

Мәрйәм сүрәһе, 28-се аят. Ғайсаның әсәһе Мәрйәм тураһында һүҙ бара, ул әйтә: “Мин Аллаһы ризалығы өсөн ураҙа тотам һәм ураҙа булараҡ бөгөн бер кем менән дә һөйләшмәйәсәкмен”. Бында Мәрйәмдең ураҙаһы кеше менән һөйләшмәү. Шуға ла ашамайым-эсмәйем тип әйтеү әле ул ысын ураҙа түгел, сөнки ғалимдарыбыҙ әйтеүенсә: “Әҙәм балаһының таң беленгәндән алып ҡояш байығанса ашау-эсеүҙән тыйылыу ураҙа тотоуҙың иң еңел төрө”! Аллаһы беҙгә биргән тән ағзаларҙан тора был – йөрәгебеҙ, күҙебеҙ, ҡолағыбыҙ, ауыҙыбыҙ, тел, аяҡ-ҡулдарыбыҙ һәр ағзаның үҙ ураҙаһы бар, һәр бер ағза өсөн хәләл-хәрәм булған эштәре бар.

Рамаҙан айында нимә өсөн хәләл икмәктән, һыуҙан тыйылабыҙ һуң? Сөнки ураҙала ярамай, ана шул уҡ ваҡытта күпме ярамаған, харам эштәрҙән тыйыла алмайбыҙ, икмәк-һыуҙан тыйыла, ә кемдер урлашыуҙан, алдауҙан, процентҡа биреү-алыуҙан, ғәйбәттән, кеше хаҡына кереүҙән, кеше рәнйетеүҙән, гонаһлы эштәрҙән тыйыла алмай... Аллаһы унан риза булһын “Әгәр һин ураҙа тотһаң, күҙең ураҙа тотһон, һинең ҡолағың, телең ялған яман һүҙҙәрҙән тыйылһын һәм һинең ураҙала көнөң ураҙаһыҙ көнөң менән бер булмаһын” йәғни ураҙа тотһа ла-тотмаһа ла, барыбер гонаһы эшләй, әрләшә, гонаһы эштәр эшләп ҡуя, кеше менән талаша, әлбиттә, ундай ураҙанан файҙа юҡ. Ғөмүмән, һәр ағзабыҙ ураҙа тоторға тейеш! Күберәк яҡшылыҡ эшләргә тырышайыҡ, күберәк ялбарып-ялбарып ихлас күңелдән тәүбәгә ҡайтайыҡ.

Рамаҙан айында ғына уҡылған тәрәүих намаҙын 22 мартта мәсеттәрҙә киске 21 сәғәт 30 минутта башлайбыҙ. Сәхәр ашау 23 март 5 сәғәт 27 минутта тамамлана, ә киске аш, ифтар – 19 сәғәт 34 минутта – ауыҙ асабыҙ, был беренсе көндө.
Аллаһы Тәғәләнең рәхмәтенә ирешергә тырышайыҡ. Әгәр ошо айҙа ғәфү ителмәһәк, үҙебеҙҙе-үҙебеҙ яҡшылыҡҡа үҙгәртмәһәк, Алла-һының рәхмәтенә ирешә алмаһаҡ, бер-беребеҙҙе ғәфү итмәһәк, төнгө намаҙҙар уҡымаһаҡ – ҡасан был эштәрҙе эшләй алабыҙ? Ошо бирелгән мөмкинлектәрҙе файҙаланып ҡалайыҡ.

Барығыҙға ла иҫәнлек-һаулыҡ теләп Стәрлетамаҡ ҡалаһы һәм Стәрлетамаҡ районы имам-хатибы Ришад хәҙрәт.

Автор:
Читайте нас: