Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
24 Март 2023, 10:36

Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Вадим Фадичев вафат булған

Стәрлетамаҡта 95 йәшлек Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Вадим Фадичевты һуңғы юлға оҙаталар. 

Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Вадим Фадичев вафат булғанБөйөк Ватан һуғышы ветераны Вадим Фадичев вафат булған
Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Вадим Фадичев вафат булған

Вадим Тимофеевич Фадичев 1944-1951 йылдарҙа Совет Армияһында хеҙмәт итә. Ул Тымыҡ океан хәрби флоты составындағы десант судноһында моряк-электрик булған. 1945 йылдың август-сентябрь айҙарында Совет-япон һуғышында ҡатнашҡан. «Японияны еңгән өсөн» миҙалы менән бүләкләнгән. Тыуған яғына ҡайтҡас, 30 йылдан ашыу ғүмерен «Сода» предприятиеһына арнаған.

Туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.

Автор:
Читайте нас