Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Йәмғиәт
24 Март 2023, 17:55

Почтальондан «Мечталлион» һатып алған да миллионер булып киткән

Стәрлетамаҡ районында йәшәүсе кеше райондың Октябрь ауылы почта бүлексәһендә март башында “Милли Лоторея” брендының 24-се тираж лотореяһы алған һәм 1 миллион һум отҡан. Шуныһы ҡыҙыҡ лоторея хаҡы ни бары 100 һум булған.

Почтальондан «Мечталлион» һатып алған да миллионер булып киткәнПочтальондан «Мечталлион» һатып алған да миллионер булып киткән
Почтальондан «Мечталлион» һатып алған да миллионер булып киткән

Әйткәндәй, ошо уҡ тиражда ғөмүмән 35 кеше миллионер булған. Шуларҙың алтыһы бәхетле билетын нәҡ “Рәсәй почтаһы”ның Волга буйы федераль округында урынлашҡан бүлексәләрендә һатып алған булған.

Хәтерегеҙгә төшөрөп үткәндә, быйыл ғинуар айында Башҡортостантан Волга буйы федераль округында урынлашҡан почта бүлексәләренән лоторея һатып алып, отоу буйынса рекорд ҡуйғайны. Ул саҡта республиканың ун кешеһе бер юлы миллионер булды.

Автор:Рамиль Мансуров
Читайте нас