Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
25 Март 2023, 17:25

Студенттарға иҫтәлек

Тиҙҙән Башҡортостан колледждары яңы абитуриенттарын - буласаҡ фармацевтарҙы, металлургтарҙы, төҙөүселәрҙе, робототехниктарҙы һәм һорау менән файҙаланған башҡа белгестәрҙе ҡабул итә башлаясаҡ

Студенттарға иҫтәлекСтуденттарға иҫтәлек
Студенттарға иҫтәлек

Туғыҙынсы класс уҡыусылары иғтибарына мөһим даталар хаҡында яҙма.

Документтарҙы тапшырыу ваҡыты:
- 20 июндән 10 авгусҡа тиклем - ижади һәләт талап иткән һөнәрҙәр өсөн. Улар иҫәбенә, мәҫәлән, хореография, кинематография, художество, архитектура һәм башҡа йүнәлештәр инә;
- 20 июндән 15 авгусҡа тиклем - башҡалар өсөн.

Колледжда буш урындар ҡалған осраҡта, ҡабул итеү ваҡытын 15 ноябргә тиклем оҙайтыуҙары ихтимал.

Документтарҙы:
- ҡабул итеү комиссияһына шәхсән;
- колледж сайты аша;
- Дәүләт хеҙмәттәре порталы аша;
- колледж адресына почта аша тапшырырға мөмкин.

Рәсәйлеләр өсөн документтар исемлеге:
- паспорттың төп нөсхәһе йәки күсермәһе;
- аттестаттың төп нөсхәһе йәки күсермәһе;
- 4 фотография.

Сит ил граждандарына һәм гражданлығы булмаған кешеләргә түбәндәге документтар талап ителәсәк:
- паспорт йәки шәхесте раҫлаусы башҡа документтың күсермәһе;
- белем тураһындағы документтың төп нөсхәһе;
- белем тураһындағы документтың һәм уға ҡушымтаның раҫланған тәржемәһе;
- 4 фотография.

Төп дәүләт имтиханы теҙмәһен беҙҙең карточкаларҙа табырһығыҙ.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Студенттарға иҫтәлек
Студенттарға иҫтәлек
Студенттарға иҫтәлек
Студенттарға иҫтәлек
Студенттарға иҫтәлек
Студенттарға иҫтәлек
Автор:
Читайте нас