Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
27 Март 2023, 05:17

Башҡортостандың 42 районында талпан энцефалиты таралыу хәүефе һаҡлана

Ҡулланыусылар хоҡуғын күҙәтеү хеҙмәте төбәк идаралығынан шул турала хәбәр итәләр. Йоғошло сирҙән һаҡланыу өсөн прививка яһатырға кәңәш ителә. Урманда эшләгән хеҙмәткәрҙәр һәм хәүефле биләмәлә йәшәгән халыҡҡа айырыуса иғтибарлы булырға кәрәк. 

Башҡортостандың 42 районында талпан энцефалиты таралыу хәүефе һаҡланаБашҡортостандың 42 районында талпан энцефалиты таралыу хәүефе һаҡлана
Башҡортостандың 42 районында талпан энцефалиты таралыу хәүефе һаҡлана

Башҡортостандың талпан энцефалиты таралыу хәүефе булған райондар исемлеге : Әбйәлил, Әлшәй, Асҡын, Баҡалы, Бәләбәй, Балаҡатай, Белорет, Бөрө, Благовещен, Бүздәк, Борай, Бөрйән, Ғафури, Дәүләкән, Дыуан, Йәрмәкәй, Йылайыр, Иглин, Ишембай, Ҡалтасы, Ҡариҙел, Ҡыйғы, Краснокама, Күгәрсен, Көйөргәҙе, Мәләүез, Мәсетле, Мишкә, Миәкә, Нуриман, Салауат, Стәрлебаш, Стәрлетамаҡ, Стәрлетамаҡ, Тәтешле, Туймазы, Өфө, Учалы, Федоровка, Саҡмағош, Шишмә, Шаран, Яңауыл райондары.

Ведомствоның матбуғат хеҙмәтендә белдереүҙәренсә, хәүефле сирҙән төп һаҡланыу сараһы — прививка. Уны йыл дауамында, шул иҫәптән эпидемия миҙгелендә, инфекция сығанағына барырҙан 2 аҙна алда яһатырға мөмкин.

Автор:
Читайте нас