Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Йәмғиәт
27 Март 2023, 07:13

Хәмзә хәҙрәт яугирҙарҙың махсус хәрби операция зонаһындағы көнкүрешен күрһәтте

Башҡортостан батальондарының рухи остазы Хәмзә хәҙрәт махсус хәрби операция зонаһында башҡорт яугирҙарының нисек йәшәгәнен күрһәтте. Дин әһеле төшөргән видеояҙма «Башҡортостан батальоны» телеграм-каналына һалынған.

Хәмзә хәҙрәт яугирҙарҙың махсус хәрби операция зонаһындағы көнкүрешен күрһәттеХәмзә хәҙрәт яугирҙарҙың махсус хәрби операция зонаһындағы көнкүрешен күрһәтте
Хәмзә хәҙрәт яугирҙарҙың махсус хәрби операция зонаһындағы көнкүрешен күрһәтте

Хәрбиҙәрҙең блиндажы тәрән итеп ҡаҙып эшләнгән. Баҫҡысы ла бейек. Хәмзә хәҙрәт яугирҙәрҙең эсәр һыу һәм аҙыҡ-түлек менән тәьмин ителгәнен күрһәтте. Бинала ризыҡ әҙерләү, ял итеү һәм йоҡлау, кейем-һалым һәм экипировка һаҡлау өсөн айырым урын бар.

Бынан алдараҡ Хәмзә хәҙрәт махсус хәрби операция зонаһынан республика халҡын изге Рамаҙан айы башланыуы менән ҡотланы. Ул дин тотҡан мосолмандарҙы тиҙ арала донъяла тыныслыҡ урынлашыуын теләп, һәләк булғандар һалдаттарҙың рухына һәм яугирҙәрҙең һаулығына доға ҡылырға саҡырҙы, тип хәбәр иткәйне «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.

 

Автор:
Читайте нас