Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Йәмғиәт
27 Март 2023, 10:39

Радий Хәбиров Марат Зөлҡәрнәевты һәм Айҙар Исмәғилевты дәүләт наградалары менән бүләкләне

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙенең указы менән махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙ — комендант батальонының хәрби-сәйәси эш буйынса икенсе комендант ротаһы командиры урынбаҫары Марат Зөлҡәрнәевты һәм ғәскәри часть полкы командиры урынбаҫары Айҙар Исмәғилевты билдәләне. Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Марат Зөлҡәрнәев — Салауат Юлаев, Айҙар Исмәғилев генерал Шайморатов ордены менән бүләкләнде.

Радий Хәбиров Марат Зөлҡәрнәевты һәм Айҙар Исмәғилевты дәүләт наградалары менән бүләкләнеРадий Хәбиров Марат Зөлҡәрнәевты һәм Айҙар Исмәғилевты дәүләт наградалары менән бүләкләне
Радий Хәбиров Марат Зөлҡәрнәевты һәм Айҙар Исмәғилевты дәүләт наградалары менән бүләкләне
«Хеҙмәтегеҙ һәм егеттәребеҙгә ярҙам иткәнегеҙ өсөн ҙур рәхмәт», — тине Радий Хәбиров.

«Радий Фәрит улы, ҡәҙерле яҡташтар, ярҙамығыҙ өсөн һеҙгә рәхмәт белдерәбеҙ. Беҙ Еңеү менән әйләнеп ҡайтырбыҙ», — тине Марат Зөлҡәрнәев.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 19 мартта махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар Башҡортостанға ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтты. Ярты йылдан һуң ҡыҫҡа ваҡытлы отпускыға ҡайтҡан хәрбиҙәр араһында Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапхана директоры Марат Зөлҡәрнәев тә бар. Уның менән интервьюны «Башинформ» материалында уҡығыҙ.

«Хөрмәтле Радий Фәрит улы, полк командованиеһы һәм шәхси составы исеменән һеҙгә ярҙамығыҙ өсөн рәхмәт әйткем килә. Республика халҡына гуманитар ярҙам өсөн рәхмәт. Барығыҙға ла һаулыҡ һәм тыныс күк йөҙө теләйем. Марат Миңлеғәле улы әйткәнсә, эшебеҙ хаҡ, Еңеү беҙҙең яҡта булыр», — тине Айҙар Исмәғилев.

Башинформ.

Радий Хәбиров Марат Зөлҡәрнәевты һәм Айҙар Исмәғилевты дәүләт наградалары менән бүләкләне
Радий Хәбиров Марат Зөлҡәрнәевты һәм Айҙар Исмәғилевты дәүләт наградалары менән бүләкләне
Радий Хәбиров Марат Зөлҡәрнәевты һәм Айҙар Исмәғилевты дәүләт наградалары менән бүләкләне
Автор:
Читайте нас