Ашҡаҙар
+2 °С
Ясно
Йәмғиәт
28 Марта 2023, 11:45

Рәсәйҙә алименттарҙы яңыса иҫәпләргә тәҡдим иттеләр

Рәсәй Дәүләт Думаһы алимент түләүҙең яңы принцибын күҙ уңында тотҡан закон проектын индерҙе. Ошо органдың сайтында баҫылған документҡа ярашлы, был сумма бала йәшәгән төбәктәге уртаса йәшәү минимумынан 50% да кәм булмаҫҡа тейеш.

Добавить в предпочтительные источники Google
Рәсәйҙә алименттарҙы яңыса иҫәпләргә тәҡдим иттеләрРәсәйҙә алименттарҙы яңыса иҫәпләргә тәҡдим иттеләр
Рәсәйҙә алименттарҙы яңыса иҫәпләргә тәҡдим иттеләр

Яҡтарҙың матди йәки ғаилә хәлен һәм иғтибарға лайыҡ башҡа сәбәптәрҙе иҫәпкә алып, өлөштәр күләмен кәметергә йәки арттырырға мөмкин.

«Закон проекты баланың ай һайын минималь түләү алыуға хоҡуғын яҡлай. Алимент түләгән ата-әсә ҡатмарлы тормош шарттарында дәүләт яғынан ярҙам алыу хоҡуғын тормошҡа ашырырға хоҡуҡлы», — тип билдәләнә документта.

Башинформ.

Автор:
Читайте нас