Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
29 Март 2023, 07:59

Яҙғы өмәләр һәм төҙөкләндереү башлана

Ошо аҙнанан алып ҡалала яҙғы өмәләр башлана. Был хаҡта оператив кәңәшмәһендә ҡала етәксеһе Рөстәм Ғәзизов иғлан итте. Шулай уҡ ошо аҙнанан юлдарҙы йүнәтә башлауға ныҡлап тотонорға планлаштырыла.

Яҙғы өмәләр һәм төҙөкләндереү башланаЯҙғы өмәләр һәм төҙөкләндереү башлана
Яҙғы өмәләр һәм төҙөкләндереү башлана

Уның сиктәрендә “Таҙа йома” акцияһы уҙғарылыу ҙа ҡаралған. Шулай итеп, ҡала халҡы, предприятиелар тирә-яҡты ҡыш йыйылған сүп-сарҙан таҙарта башлай. “Быйыл яҙ иртәрәк килә, апрель аҙағын көтөп ятмайыҡ”, - тине Рөстәм Фәрит улы.

Юлдарға килгәндә, әлеге ваҡытта махмус техника ҡала урамдарында асфальтта барлыҡҡа килгән соҡорҙарҙы ямау менән мәшғүл.

Р. ӘРМЕТОВ.

Автор:Рамиль Мансуров
Читайте нас