Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
30 Март 2023, 11:50

“Изге эш башҡараһығыҙ!”

Республика Башлығы Радий Хәбиров Стәрлетамаҡтан аутизм менән сирләгән балаларҙы дауалау үҙәге хаҡында яҙып сыҡты.

“Изге эш башҡараһығыҙ!”“Изге эш башҡараһығыҙ!”
“Изге эш башҡараһығыҙ!”

“Ике йыл элек Стәрлетамаҡ ҡалаһынан Светлана Котлярова үҙенең улын дауалау өсөн тейешле кимәлдә шарттар таба алмағас, был шарттарҙы үҙе булдырырға тотона. Бер юлы аутизм менән сирләгән башҡа балаларға ла ярҙам итергә ҡара итә.

“Аныҡ аҡыл балҡышы” үҙәге 2021 йылдан алып эшләп килә. Светлана үҙе бина таба, ҡорамал һатып ала, хеҙмәткәрҙәрҙе уҡыта. Бөгөн үҙәктә 13 белгес эшләй, шул иҫәптән психологтар, дефектологтар, физик культура буйынса белгес, нейропсихологтар һәм арт-терапевтар.

Бында шулай уҡ коррекцион белем биреү усаҡтары вәкилдәре өсөн төрлө уҡытыу-семинарҙар ҙа ойошторолоп килә. Бөгөнгә 140 бала абилитация үткән, 35 бала былтыр йәйге ял лагерында һаулығын нығытҡан”, - тип яҙып сыҡты Радий Фәрит улы.

Әйткәндәй, 2022 йылда үҙәктә “Ҡулда ҡул” исемле проект барлыҡҡа килгән. Проект буйынса көршәк эшләү оҫтаханаһы эшләй башлаған. Проект республиканың Гранттар фонды ярҙамында барлыҡҡа килгән. Оҫтаханала балалар балсыҡтан, ағастан (көйҙөрөп) әйберҙәр яһай. Ошондай ысул менән Светлана ханым тыуған яғына ярҙам итә.

“Светлана Котляроваға һәм уның коллегаларына уңыштар теләйем. Изге эш башҡараһығыҙ!

Шулай уҡ коммерцияға ҡарамаған ойошмалар республиканың гранттар конкурсына 30 мартҡа тиклем заявка тапшырып өлгөрә алыуы хаҡында ла иҫкә төшөрөп үтәм. Барлыҡ мәғлүмәт: грантыглавы102.рф һылтанмаһы буйынса”, – тип өҫтәп китте үҙенең яҙмаһында республика Башлығы.

“Изге эш башҡараһығыҙ!”
“Изге эш башҡараһығыҙ!”
“Изге эш башҡараһығыҙ!”
“Изге эш башҡараһығыҙ!”
“Изге эш башҡараһығыҙ!”
Автор:Рамиль Мансуров
Читайте нас