

Хәҙерге ҡыҙҙарға аптырарһың, яратҡан егеттәренән бүләк көтәләр ҙә торалар. Үҙем дә, күрше ҡыҙы Тәскирәгә ғашиҡ булғас, ундай хәлдәргә осраманым түгел, осраным. Майлы бутҡа ла күп ашаһаң, биҙҙерә башлай, тигәндәй, минең яратҡан ҡыҙым да ташыған сәскәләремдән биҙә башланы.
– Тағы ла шул сәскәләреңде килтерҙеңме – ти. – Ғүмерлеккә иҫтә ҡалырлыҡ бүләк бирер инең, исмаһам.
Ҡыҙым менән осрашыуға барған еремдән һуң ғына ҡайтырға тура килһә лә, төнө буйы күҙемә йоҡо әҫәре кермәне, гел бүләк тураһында уйландым. Тәскирәмә ай-йондоҙҙарҙы, тыуған яҡтың зәңгәр күлдәрен, нурҙар һибеп сылтырап ағып ятҡан көмөш һыулы шишмәләрен бүләк итер инем, уларҙы беҙ донъяға килгәнсе үк ғашиҡтар үҙ-ара бүлешеп алып бөткәндәр, ти. Уйлай торғас, яйы табылды.
– Ниңә әле үҙебеҙҙең ауылдан йыраҡ түгел ағып ятҡан, элек үҙенең һыу тирмәндәре, балыҡтары менән дан тотҡан Ҡарамалы йылғаһын бүләк итмәҫкә?
– Тәскирәкәйем, һиңә мәңгелек бүләк әҙерләнем, үлгәнсе онотмаҫһың, – тинем дә һөйгәнемде велосипедҡа ултыртып, йылға эргәһенә алып киттем.
– Ошомо, миңә тәҡдим иткән бүләгең? Сусҡа, һыйыр бысратып бөткән болғансыҡ йылғаңдың ни хәжәте бар?! Их, шуны ла аңламайһың егет башың менән! Ана, әхирәттәремдең егеттәре күлдәктәр бүләк иткән. Күлдәк алып бирергә аҡсаң самалы булһа, колготка булһа ла алып бирер инең, исмаһам.
Иртәгәһен иртүк тороп, Стәрлетамаҡ баҙарына юл тоттом…
Колготкалар өсөн һөйгәнем эй шатланды, эй шатланды:
– Рәхмәт инде, берҙән-берем, йән киҫәгем, – тип, хатта үбеп тә алды. – Үҙеңде ошо колготкалар туҙғансы иҫемдән сығармам.
Икенсе көндө кисен күпме генә көтһәм дә, ул йәшәгән өйҙөң янына барып, һандуғас булып һайраһам да, кәкүк булып ҡысҡырһам да Тәскирәм яныма сыҡманы. Күңелһеҙләнеп, өйгә ҡайттым.
– Их, – тинем мин, өҙгөләнеп, – мөхәббәт шулай ғүмерһеҙ булдымы икән ни? Мин бүләк иткән импортный колготкаларға «одноразовый» тип яҙылғайны шул. Нимә эшләйһең, колготкалар йыртылғандыр ҙа, Тәскирәм миңә үпкәләгәндер, күрәһең…
ОНОТМАҒАНДАР
Беҙҙең ауылдың Исламғол Ғәзиевтың ғаиләһенә аяҡтар өсөн протездар яһай торған ойошманан ошондай хат килеп төштө:
«Хөрмәтле иптәш!
Һеҙҙең аяҡтарығыҙға протездар әҙер, тиҙ арала уны килеп алырға тырышығыҙ. Әгәр заказығыҙҙы ваҡытында килеп ала алмаһағыҙ, сәбәбен яҙып ебәрегеҙ».
Хатты уҡығас, Исламғолдоң хәләл ефете яулыҡ осо менән күҙ йәштәрен һөртөп алды:
– Минең иремде лә онотмағандар бит әле, уйлап торһаң, ҡасанғы заказды үтәгәндәр бит!
Кинйәбикә еңгәнең хәтере яңылышмаһа, был заказды Исламғоло 8 йыл элек биргән ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уға өр-яңы протездарҙы шығырҙатып кейеп һәм һалып йөрөргә тура килмәне. Исламғол ағай уларҙы көтә-көтә, үксәләре кителеп бөткән иҫке протездары менән ташҡа абынып, бынан алты йыл элек донъя ҡуйҙы…
Әле лә халыҡ араһында шундай һүҙ йөрөй: имеш, ойошмаларҙа заказдарҙы ҡабул итәләр ҙә оноталар. Ысын күңелдән әйтәм, буш һүҙ икән улар. Ундайҙарға яуабым әҙер: нишләп онотолһон ти инде биргән заказдар. Ана бит Исламғол ағайҙың үҙе иҫән саҡта, бынан 8 йыл элек биргән заказын да үтәгәндәр!
УҢҒАН ЕГЕТ
Беҙҙең ҡалала әҙәм ышанмаҫлыҡ ваҡиға булды: инде утыҙ өс йәшкә етеп тә бығаса ҡыл да ҡыбырҙатмаған Хисмәтулланы гәзиткә маҡтап яҙҙылар. Ул ғынамы әле, кәртешкәһе лә ҡаланың Почет таҡтаһына элеп ҡуйылды.
Кем уйлаған инде Хисмәтулла көтмәгәндә-уйламағанда ғына шундай хөрмәткә лайыҡ булыр тип. Баҡһаң, ул, буш шешәләр йыйып тапшырыу буйынса конкурста ҡатнашып, рекорд ҡуйған икән. Шуға күрә егетте туранан-тура күреп белгән кешеләрҙең күҙҙәре дүрт булды. Уның уңышы өсөн бигерәк ата-әсәһе шатланды.
– Үәт, улығыҙ эшләмәй, тип көнсөлдәр ҡолаҡ итен сәйнәй ине. Бынан һуң, әрәмтамаҡ, тип әйтеп ҡараһындар! – тине улар, күкрәк һуғып.
Ысынлап та, ата-әсәһенең һүҙҙәрендә дөрөҫлөк тә бар бит. Уларҙың Хисмәтуллаһы, ҡайһы берәүҙәр кеүек, йөҙ проценты менән ата-әсә елкәһендә ултырмай. Тәмәке тартырға ла, һыра эсергә лә аҡсаны үҙе табып тора.
Егеткә килгәндә, ирешкән уңыштарынан бер ҙә уның башы әйләнеп китмәне. Хисмәтулла яңы пландар, хыялдар менән йәшәй: буш шешәләр йыйып тапшырыу буйынса республика күләмендә лә яңы рекорд ҡуйырға йыйына. Булыр унан, үтә уңған егет!
ЙЫЛЫ УРЫН
Һәр кемдең үҙенә күрә дуҫы була. Билдәле, мин дә ундай дуҫтан мәхрүм түгел. Был иң тоғро, иң яҡын дуҫымды бер ҡасан да, бер кемгә лә алыштырмаясаҡмын…
Тартып-һуҙып унынсыны тамамлағас, ҡайһы берәүҙәр кеүек түшәмгә төкөрөп ятманым: тоғро дуҫым-магнитофонымды эшкә ектем. Уның таҫмаларына яҙылған «шейк», «танго» һәм башҡа ҡырҡмаһа ҡырҡ исемдәге йыр-моңдарҙы яңғыраттым.
Тәүҙә минең шөғөлөмдән күрше-күлән ифрат ҡәнәғәт булды, хатта минең адресҡа маҡтау һүҙҙәре лә яуҙыра башланылар:
– Һай, рәхмәт төшһөн Ишкилдегә, күңелдәрҙе күтәреп ебәрә! – тинеләр.
Ләкин тора-бара хәлдәр киҫкен үҙгәрҙе:
– Ҡасан шул маймыл моңдарын туҡтатаһың, теңкәгә тейә башланы! – тиеүселәр ҙә табылды. Хатта ваҡытында үҙемә магнитофон һатып алып биргән әсәйем дә асыулана башланы:
– Типһәң – тимер өҙөрлөк, баҫһаң – баҡыр иҙерлек, әрәмтамаҡ булып өйҙә ятаһың. Әҙерәк кешенән оялыр инең! – ти.
Түҙҙем-түҙҙем дә, бер көндө аптырағас: «Их, белмәйһегеҙ минең хәлдәремде, аңламайһығыҙ ниндәй уй-хыял менән йәшәгәнемде!» – тип әсенеп ҡысҡырып ебәрҙем.
Көткәнем алыҫта ла булмаған икән. Үҙебеҙҙең ҡаланың тимер юл вокзалында кооператив бәҙрәф асыла тигән ҡыуаныслы хәбәрҙе уҡып, шатлығымдан бейеп китә яҙҙым.
Эште оҙаҡҡа һуҙырға ярамай, тиҙ генә кәрәкле урынға белешмә алырға йүгерҙем. Үҙем йүгерәм, үҙем татлы хыялдарҙа йөҙәм: ус тултырып аҡсаһын да алырмын тим, эше лә улай билде һындырырлыҡ түгел.
Ашығыуым юҡҡа булмаған икән. Юлым ифрат уңды: хәҙер кооператив бәҙрәфкә инеүселәрҙән аҡса йыйып тора ағайығыҙ! Типһәм – тимер өҙөрлөк, баҫһам – баҡыр иҙерлек көсөмдөң файҙаһы тейҙе: бәҙрәфкә бушҡа инергә теләүселәрҙе елтерәтеп кенә сығарып ебәрәм. Күңелемдә төйөн булып ҡалмаһын, артыҡ тулҡынланыуымдан онота уҡ яҙғанмын: иң яҡын,иң тоғро дуҫым-магнитофоныма ла эш табылды. Ул хәҙер бәҙрәфкә инеүселәрҙе «шейк», «танго», «ламбада» һәм башҡа йыр-моңдар менән ҡаршы ала. Кооператив бәҙрәфкә инеүселәр бик ҡәнәғәт булып сығып китәләр. Уның шулай булыуын йөҙҙәренән күреп торам. Уларға ҡарайым да, күңелем шатлана, сөнки бында:
– Туҡтат шул магнитофоныңды! – тип әйтеүсе юҡ…