

Премиялар менән бүләкләүҙең төп маҡсаты — Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәтен һәм сәнғәтен үҫтереүгә ҙур өлөш индергән йәш яҙыусыларҙы, рәссамдарҙы, артистарҙы, музыканттарҙы, архитекторҙарҙы һәм режиссерҙарҙы бүләкләү.
Премияға шәхсән дә, авторҙар коллективы ла (5 кешегә тиклем) дәғүә итергә мөмкин. Уларҙың йәше 35-тән артмаҫҡа тейеш.
Премия тураһында положение һәм әҫәрҙәргә, эштәргә талаптар Башҡортостан Республикаһының министрҙар кабинеты ҡарарында күрһәтелгән. Материалдар эш көндәрендә иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 6-ға тиклем Өфө ҡалаһы, Аксаков урамы, 2 адресы буйынса ҡабул ителә. Йәштәрҙең башланғыстарына булышлыҡ итеү бүлегенең әйҙәүсе белгесе Диана Айрат ҡыҙы Исмәғилева менән бәйләнешкә сығырға мөмкин, тел. +7 927 306-82-73, эл. почта Ismagilova.DA@bashkortostan.ru.
Башинформ.