Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Йәмғиәт
5 Апрель 2023, 12:05

20 апрелдә башҡорт теленән халыҡ-ара диктант яҙабыҙ

Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант онлайн һәм офлайн форматта үткәрелә. Был хаҡта акцияны ойоштороусылар хәбәр итте.

20 апрелдә башҡорт теленән халыҡ-ара диктант яҙабыҙ20 апрелдә башҡорт теленән халыҡ-ара диктант яҙабыҙ
20 апрелдә башҡорт теленән халыҡ-ара диктант яҙабыҙ

Акцияла офлайн режимында ҡатнашырға теләүселәр өсөн Өфө фән һәм технологиялар университетында, М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында, Башҡортостан Республикаһының Мәғарифты үҫтереү институтында, Милли музейҙа һәм «Арт-Квадрат» киңлегендә диктант яҙыу ойошторола.

20 апрелдә Башҡортостан юлдаш телевидениеһы телеканалында, «Бәйләнештә» социаль селтәрендә, телеграм-каналда диктаторҙар диктант тексын тура эфирҙа уҡый башлай:

— сәғәт 11-ҙән 12-се 25 минутҡа тиклем – башҡорт телен башланғыс кимәлдә белгәндәр өсөн;

— 12-се яртынан 12-гә тиклем – башҡорт телендә иркен аралашҡандар өсөн;

— 1-се 5 минуттан 1-се яртыға тиклем – башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында һөйләшкәндәр өсөн.

Һәр кем диктантты өйҙә үҙ аллы яҙырға мөмкин. Яҙып бөткәс, диктант яҙылған ҡағыҙҙы фотоға төшөрөп, 2023 йылдың 23 апреленә ҡәҙәр Bashdiktant2023@mail.ru электрон почтаһына йәки телеграм-ботҡа ебәрергә кәрәк.

Әгәр онлайн режимында яҙыу мөмкинлеге булмаһа, тура эфир видеоһын рәсми сайтта 23 апрелгә тиклем ҡарарға була.

Башинформ.

Автор:
Читайте нас