

Балаларға нимәләр тейеш
Ярҙамдың иң ҙур һәм әһәмиәтле өлөшө хәрбиҙәрҙең балаларына тәғәйенләнгән. 1,5 йәш тулған кескәйҙәр балалар баҡсаһына сиратһыҙ урын менән тәьмин ителә, йәшәү урыны буйынса мәктәп һайлау мөмкинлеге бирелә. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балаларын баҡса, мәктәпкә әҙерлек, оҙайтылған көн төркөмө һәм түңәрәктәр өсөн түләүҙән азат иттеләр. Уларға 1-се кластан 11-сегә тиклем бушлай туҡланыу, медицина күрһәтмәһе булған осраҡта – «Һөт кухняһы» продукттары, һауыҡтырыу лагерҙарына бушлай юлламалар, автобуста бушлай йөрөү ҡаралған. Сығарылыш уҡыусылары колледжда түләүһеҙ уҡыу хоҡуғына эйә, әгәр уҡыу өсөн аҡса түләнгән булһа, тулыһынса кире ҡайтарыла.
Колледж студенттары өсөн дә туҡланыу бушлай. Шулай уҡ урта һөнәри һәм юғары уҡыу йорттары студенттарын ятаҡта урын менән тәьмин итеү ҡаралған. Март айының мәғлүмәттәренән күренеүенсә, балаларға ҡағылышлы бөтә ярҙам саралары ла әһәмиәтле, ғаиләләр улар менән әүҙем файҙалана. 3500-ҙән ашыу бала йәмәғәт транспортында бушлай йөрөү хоҡуғы биргән карта юллаған, уны ҡулланыуҙың 62 меңдән ашыу осрағы теркәлгән. 3 мең бала мәктәптәрҙә һәм колледждарҙа бушлай туҡлана, 136 уҡыусы һауыҡтырыу лагерҙарына барып ҡайтты, күптәр йәйгеһен ял итәсәк, 117 кеше ғариза яҙып, колледжда түләүһеҙ уҡый башланы. 153 студентҡа ятаҡтан бушлай урын бирелгән, ә 124 бала оҙайтылған көн төркөмө өсөн түләмәй. 39 йөклө ҡатын, 20 йәш әсә һәм 510 сабый «Һөт кухняһы» аша балалар ризығы ала.
Ғаиләләргә нимәләр тейеш
Ярҙам сараларының ҙур ғына өлөшө махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың үҙҙәренә һәм ғаиләләренә тәғәйенләнгән. Мәҫәлән, республика шифаханаларына бушлай юллама бирелә, был мөмкинлек менән бер нисә тиҫтә кеше ҡулланып та өлгөрҙө. 2022 йыл өсөн бер транспорт сараһына һалымдан, сүп-сар өсөн түләүҙән азат иттеләр. Торлаҡ йорттарға газ үткәреү сертификаттары бирелә (йөҙгә яҡын кеше ғариза биргән), «Жилстройсбережения» программаһында ташламалы шарттарҙа ҡатнашырға мөмкин. Иҫәптәге аҡсаны премия өлөшөн юғалтмайынса алырға һәм үҙеңдең теләгеңә ярашлы тотонорға була. Хәрби хеҙмәт осоронда программала ҡатнашыуҙан туҡтап торорға, ҡайтҡас яңынан дауам итергә рөхсәт бирелде. Шулай уҡ Башҡортостандың Торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереү фондынан баҙар хаҡынан арзаныраҡҡа фатир һатып алыу мөмкинлеге бар (тиҫтәләп кешенең ғаризаһы ыңғай хәл ителде.
Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә тормош-көнкүреш мәсьәләләрен хәл итеүҙә ярҙам күрһәтелә (ихатаны таҙартыу, бесән, утын килтереү һ.б.). Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабына шылтыратыу өсөн телефон: 8-800-201-89-03. Ул көн һайын иртәнге 9-ҙан киске 6-ға тиклем эшләй. Уның бүлексәләре республиканың барлыҡ ҡала һәм райондарында «Берҙәм Рәсәй» партияһы офистарында булдырылған. Шулай уҡ һәр төбәктә «Ғаилә» хеҙмәте бар, ярҙам һорап унда ла мөрәжәғәт итергә була. Әлеге ваҡытта был үҙәктәр эш ваҡытын сәғәт 8.00-дән 20.00-гә тиклем оҙайтты. Унда документтар туплау, судҡа ғариза яҙыу, банк йәки приставтарға мөрәжәғәт итеү йәһәтенән ярҙам күрһәтелә. Мәҫәлән, әсә кешегә ашығыс рәүештә дауаханаға ятырға кәрәгеп, балаһын ҡалдырырға урын бул- маһа, социаль приюттар ярҙамға килә. Был осраҡта «приют» һүҙенән ҡурҡырға ярамай. Анығыраҡ итеп әйткәндә, ул – биш тапҡыр туҡланыу ҡаралған, бала артта ҡалмаһын өсөн балалар баҡсаһы һәм мәктәп программаһы менән тәьмин иткән социаль үҙәк. Унда психолог һәм юрист ярҙамы ла алырға мөмкин. Был хеҙмәттәр менән бер нисә мең кеше ҡулланып өлгөрҙө.
Эш эҙләгән йәки яҡшыраҡ урынға урынлашырға теләгәндәр мәшғүллек буйынса шәхсән оҙатыуға өмөт итә ала. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаилә ағзаһы булған ололар һәм инвалидтар өйҙә, ярымстационар алымда йәки махсуслашҡан ойошмала социаль хеҙмәтләндереүгә хоҡуҡлы. Был ярҙам төрөн күрһәткәндә ғаиләнең составы һәм килеме иҫәпкә алынмай.
Хәбәр итеүебеҙсә, Яңы йыл байрамы алдынан Радий Хәбиров мобилизацияланған кешенең һәр ғаилә ағзаһына 20 мең һум түләү тураһында ҡарар сығарҙы. «Беҙҙең егеттәр тыуған йортонан алыҫта, уларҙың үҙ ғаиләһен ғәҙәттәгесә ҡотлау өсөн мөмкинлеге юҡ. Шуға күрә беҙ ошондай мөһим ҡарар ҡабул иттек. Асылда был – беҙҙең яҡлаусыларыбыҙҙан бүләк», – тине Радий Хәбиров. Әлеге түләүҙе 20 меңдән ашыу кеше алды – мобилизацияланғандар ҙа, уларҙың ғаилә ағзалары ла.
Ә был ваҡытта
Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзалары араһында телекүпер ойошторолдо
Өфөлә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың яҡындары араһында телекүпер ойошторолдо, тип хәбәр итә «Башинформ» агент-лығы. Реаль ваҡыт алымындағы телеконференцияны Оборона минис-
трлығы Федерация Советы рәйе- сенең беренсе урынбаҫары Андрей Турчак етәкселегендәге махсус хәрби операция мәсьәләләре буйынса пар-
ламент координация төркөмө менән берлектә үткәрҙе. Мобилизация-ланғандарҙың ата-әсәләре, ҡатындары, туғандары һәм балалары үҙҙәренең хәл-әхүәле тураһында һөйләне, дәртләндереү һүҙҙәрен еткерҙе. Яугирҙар ҙа аралашыуға шат булды. Берәүҙәр ярты йыл эсендә күргән-кисергәндәрен бәйән итте, икенселәр туғандарының йөҙөн күреүгә лә шат ине.
«Ирем менән аралашыуға ныҡ ҡыуандым, эргәһендә булғандай булдым. Рәсәй Оборона министрлығына шундай мөмкинлек биргәне өсөн ҙур рәхмәт. Яҡын кешеңдең имен-һау булыуын белеү – ҙур шатлыҡ», – тине хәрби ҡатыны Римма Фәтхетдинова. Был Башҡортостанда һуңғы ярты йылда үткәрелгән икенсе телекүпер. РФ Оборона министрлығы личный сос- тавтың рухи ныҡлығын тәьмин итеү һәм хәрбиҙәрҙең ғаиләләре менән тығыҙ бәйләнеш булдырыу маҡсатында әлегеләй сараларҙы даими уҙғарып тора.
Материалдар БР «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто ДУП-ы редакцияһы тарафынан әҙерләнде. Мәҡәләләр буйынса тәҡдимдәрегеҙҙе sokolov.e@rbsmi.ru адресы йәки (347) 272-92-61 телефоны аша еткерә алаһығыҙ.