Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Йәмғиәт
5 Апрель 2023, 05:03

Башҡортостанда быйыл 274 йортта 752 подъезды төҙөкләндереү күҙаллана

Республикала подъездарҙы комплекслы ремонтлау программаһы буйынса эштәрҙең яңы миҙгеле старт алды. Программа сиктәрендә 274 йортта 752 подъезды ремонтлау планлаштырыла. Быйыл был эш 20 муниципалитетҡа ҡағыла, дөйөм бюджет – 744 миллион һум. Ошо хаҡта социаль селтәрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хәбәр итте.

Башҡортостанда быйыл 274 йортта 752 подъезды төҙөкләндереү күҙалланаБашҡортостанда быйыл 274 йортта 752 подъезды төҙөкләндереү күҙаллана
Башҡортостанда быйыл 274 йортта 752 подъезды төҙөкләндереү күҙаллана

«Программа ғәмәлгә ашырылған осорҙа, 2019 йылдан алып, Башҡортостанда 2 494 күп фатирлы йортта 7 413 подъезды төҙөкләндерҙек. Берлектә финанслау шарттарында ошо маҡсатҡа 2,8 миллиард һум йүнәлттек. Хәтерегеҙгә төшөрәм, сығымдарҙың күпселек өлөшөн республика үҙ өҫтөнә ала, 10% муниципалитеттар өҫтәй. Программаға ингән барлыҡ подъездарҙа ишектәрҙе ремонтлайбыҙ, беренсе ҡатта плитә түшәйбеҙ, яңы тамбур ишеге, тәҙрәләр, энергия һаҡлаусы яҡтыртҡыстар, почта йәшниктәре ҡуябыҙ», – тип билдәләне ул.

Подъездарында ремонт яһау планлаштырылған йорттар исемлеге – Башҡортостандың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы сайтында.

Башинформ.

Автор:
Читайте нас