Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
5 Апрель 2023, 05:29

ОСАГО-һыҙ йөрөгән өсөн штраф 5 мең һумға тиклем артыуы ихтимал

ОСАГО-һыҙ йөрөгән өсөн штрафты бер нисә тапҡырға арттырырға кәрәклеге тураһында белдереү менән финанс министры урынбаҫары Алексей Моисеев сығыш яһаны

ОСАГО-һыҙ йөрөгән өсөн штраф 5 мең һумға тиклем артыуы ихтималОСАГО-һыҙ йөрөгән өсөн штраф 5 мең һумға тиклем артыуы ихтимал
ОСАГО-һыҙ йөрөгән өсөн штраф 5 мең һумға тиклем артыуы ихтимал
«Был 800 һум түгел, ә биш меңдән дә кәм булмаҫҡа тейеш», — тине ул Федерация Советында үткән кәңәшмәлә.
 
Шулай итеп, страховкалау суммаһының 800-ҙән 5 мең 400 һумға тиклем артыуы ихтимал. Был хаҡта Рәсәй Дәүләт Думаһында һүҙ бара. Шулай итеп, депутаттар шоферҙарҙың полис алыуын теләй. Был иң тәү сиратта юл-транспорт ваҡиғаһында матди зыянды ҡаплатыу менән бәйле.

Әлегә әҙер закон проекты юҡ. Шул уҡ ваҡытта ҡайһы бер белгестәр ОСАГО булмаған өсөн штраф күләмен күтәреүҙән мәғәнә тапмай. Мәҫәлән, депутат Вячеслав Лысаков ялған полистар мәсьәләһен хәл итеүҙе һорай.
 
Башинформ.
Автор:
Читайте нас