

«Бындай комитеттар яугирҙәрҙең әсәләрен, ҡатындарын һәм яҡындарын берләштерә. Унда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаилә ағзалары, шул иҫәптән хәрби хәрәкәттәрҙә яҡындарын юғалтҡан ғаиләләр ҙә мөрәжәғәт итә ала. Комитет активы һәм әүҙемселәр тулы бер ярҙам системаһын төҙөй: психологик, юридик ярҙам күрһәтеү, осрашыуҙар», — тип яҙҙы Ленара Иванова.
Комитет әлеге ваҡытта һәләк булған яугирҙәр иҫтәлегенә альбом эшләй башланы, хәрбиҙәрҙең ғаиләләре менән осраша, республика ҡалаларында һәм райондарында күсмә ҡабул итеүҙәр ойоштора, тип өҫтәне ул. Ленара Иванова әйтеүенсә, Өфөлә бойомға ашырыла башлаған «Геройҙарҙың ҡатындары» проекты шәп илһөйәрлек акцияһы булмаҡсы, уның координаторы Эльвира Мацкевич та ошо комитет составында.
Башинформ.