Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Йәмғиәт
6 Апрель 2023, 14:56

Бөрйән районында ер убылған

Иҫке Собханғол ауылы халҡын был тәбиғәт күренеше һиҫкәндергән. Баҙал Биҫтәһендә йәшәүсе Азамат Баҙамшин әйтеүенсә, ер кисә төш мәлендә убылған.

Бөрйән районында ер убылғанБөрйән районында ер убылған
Бөрйән районында ер убылған

– Төшкә ҡарай тышта ниндәйҙер гөрһөлдәгән тауыш ишетелгәндәй булды. Аптырап киттем. Бер аҙҙан ихатаға сығып ҡараһам, ни күҙем менән күрәйем, өйҙән 5-6 метр ситтәрәк соҡор хасил булған. Уның тәрәнлеге – биш метр тирәһе. Шау балсыҡлы ер ҡайҙа төшөп китеп юҡ булғандыр? Баҡса ҡапҡаһы бағаналары менән эленеп тороп ҡалған былай, һайғауына эләгеп, – тип һөйләгән ир район гәзитенә.

Автор:
Читайте нас